Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Апрель 2020, 15:10

Үҙаллы изоляция ваҡытында дауахана эшмәкәрлегенә ҡағылышлы иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптар

*Дауахана штат режимында эшләй, план буйынса госпитализация башҡарыла.*Дауахананың көндөҙгө стационары эше, медицина тикшереүҙәре, диспансеризация үткәреүҙәр, санаторийҙарға ебәреүҙәр туҡталып тора.*Дауаханаға үҙ аллы килмәҫкә, ауырып киткәндәргә табипты өйгә саҡыртырға кәңәш ителә. Тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеү пунктына (приемный покой) һәм эш көндәрендә регистратураға шылтыратырға мөмкин.*1-10 апрелдә инвалидлыҡты билдәләү ваҡыты етһә, ул өлкәндәргә автоматик рәүештә 6 айға, балаларға 3 айға оҙайтыла.*Вирустың булыу–булмауын асыҡлау өсөн үҙ аллы анализ биреп булмай, үҙ аллы дауаланыу ҙа кәңәш ителмәй. Хайуан һәм ҡоштар вирус таратыусы булып иҫәпләнмәй. *Ауырлы ҡатындарҙы тикшереү, уларҙы Күмертауға скринингҡа алып барыу ҙа план буйынса дауам итә.*“Һөт кухняһы” биреү процедураһы ғәҙәттәге режимда эшләй, педиатрҙар – рецепт, дарыухана һөт продукттарын бирә.

*Дауахана штат режимында эшләй, план буйынса госпитализация башҡарыла.
*Дауахананың көндөҙгө стационары эше, медицина тикшереүҙәре, диспансеризация үткәреүҙәр, санаторийҙарға ебәреүҙәр туҡталып тора.
*Дауаханаға үҙ аллы килмәҫкә, ауырып киткәндәргә табипты өйгә саҡыртырға кәңәш ителә. Тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеү пунктына (приемный покой) һәм эш көндәрендә регистратураға шылтыратырға мөмкин.
*1-10 апрелдә инвалидлыҡты билдәләү ваҡыты етһә, ул өлкәндәргә автоматик рәүештә 6 айға, балаларға 3 айға оҙайтыла.
*Сит илдән ҡайтыусыларға 14 көнгә дистанцион рәүештә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелә, дауаханаға килергә кәрәкмәй. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡайтыусылар өсөн эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы ҡаралмаған.
*Беҙҙең районда инфекция бүлеге базаһында госпиталь ойошторолған, коронавирус инфекцияһы раҫланһа, пациенттарҙы Күмертау ҡалаһындағы госпиталгә күсерәсәктәр. Терапия бүлеге базаһында изолятор буласаҡ. Үҙаллы изоляция режимын тотоу мөмкинлеге булмаған сит илдән ҡайтыусылар өсөн обсерваторҙар эшләй.
*Вирустың булыу–булмауын асыҡлау өсөн үҙ аллы анализ биреп булмай, үҙ аллы дауаланыу ҙа кәңәш ителмәй. Хайуан һәм ҡоштар вирус таратыусы булып иҫәпләнмәй.
*Ауырлы ҡатындарҙы тикшереү, уларҙы Күмертауға скринингҡа алып барыу ҙа план буйынса дауам итә.
*Фельдшер булмаған ауылдарҙа йәшәүселәрҙе күрше ауылдарҙағы фельдшерҙар хеҙмәтләндерә, ундай ауылдарға график буйынса дауахананың күсмә ФАПы ла сығасаҡ.
*“Һөт кухняһы” биреү процедураһы ғәҙәттәге режимда эшләй, педиатрҙар – рецепт, дарыухана һөт продукттарын бирә.
Читайте нас: