Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
25 Март 2020, 11:33

Республикала коронавирус йоҡторған дүртенсе сирле тураһында билдәле булды

Башҡортостанда дүрт кеше коронавирус инфекцияһы менән сирләй, тип хәбәр итте беренсе вице-премьер Андрей Назаров «Фейсбук»тағы сәхифәһендә. «Уларҙың хәле тотороҡло. Улар изоляцияланған. Яҡындары, һуңғы ваҡытта кем менән аралашҡандары асыҡланған. Коронавирус пандемияһына бәйле күрелгән барлыҡ һөҙөмтәле саралар хәҙер хәлгә идара итергә мөмкинлек бирә. Бөтәһенән дә тыныслыҡты һаҡлауҙарын һәм план буйынса эш итеүҙәрен һорайым», — тип яҙҙы ул.

Әлеге ваҡытта дүртенсе сирленең Өфө районында йәшәгәне, яңыраҡ сит илдән ҡайтҡаны билдәле. Ул шунда уҡ карантинға киткән. Тестың икенсе пробаһы ыңғай һөҙөмтә биргән. 24 мартта пациент 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы бокстарының береһенә урынлаштырылған. Сирленең туғандары тикшерелгән, уларҙың пробаһы кире һөҙөмтә биргән.
Беренсе вице-премьер һүҙҙәренсә, бөтә кәрәкле оператив мәғлүмәт рәсми сайттарҙа баҫыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көн һайын сәғәт 2-лә брифингтар үткәрә, трансляция интернетта күрһәтелә.
Хөкүмәт аэропортта, тимер юлында һәм йәмәғәт тарнспортында контроль сараларын тағы ла көсәйтергә ҡушты.
Фото: pixabay.com
Читайте нас: