Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған дүртенсе сирле – бала. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығының бүлек етәксеһе Олег Мәүлитов һүҙҙәренсә, республикала COVID-2019 менән зарарланыусыларҙың бөтәһе лә вирусты сит илдә йоҡторған. Алдан бер ир инфекцияны Мәскәүҙә эләктергән тип белдерелгәйне. Ләкин хоҡуҡ һаҡлаусылар органдары ярҙамында пациенттың һуңғы 14 көндә Европаға барыуын йәшергәне асыҡланды.
Әлеге ваҡытта республикала 64 кеше яңы коронавирусҡа шик менән дауаханаға һалынған, уларҙың алтауһы – бәлиғ булмағандар. Бер тәүлектә шикле диагноздар һаны дүрт осраҡҡа артҡан.