Мораҙым
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Март 2020, 18:33

Башҡортостанда тәүге сирлеләр: кемдәр улар һәм хәлдәре нисек

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус раҫланған пациенттарҙың хәле тураһында хәбәр итте. Яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған өс яҡташыбыҙ Өфө йоғошло сирҙәр дауаханаһының махсус бокстарына урынлаштырылған.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус раҫланған пациенттарҙың хәле тураһында хәбәр итте.

Яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған өс яҡташыбыҙ Өфө йоғошло сирҙәр дауаханаһының махсус бокстарына урынлаштырылған.
Дүртөйлө ҡалаһынан 50 йәшлек ханымда һәм уның ҡыҙында коронавирус раҫланған, улар 14 мартта Европа буйлап сәйәхәттән ҡайтҡан. Өсөнсө пациент — 1951 йылғы, эш буйынса Мәскәүгә йөрөгән.

Һуңғыһы тәүҙә өйөндә дауаланған һәм дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан. Өсөнсө тест-тикшереүҙән һуң барыһының да диагноздары раҫланған

Сирлеләрҙең хәле тотороҡло тип баһалана.

Ауырыуҙарҙың кемдәр менән аралашҡаны республика властарына билдәле. Уларҙың һәммәһе лә тикшерелә.
Читайте нас: