Эйе, эйе. Тап ана шундай медицина эшсәндәренә ҡарап: ”Их, аҡ халаты ысынлап та үҙенә килешеп тора!” – тип һоҡланаһың. Ике тиҫтәнән ашыу ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған Хоҙайбирҙин ауылы табиплыҡ амбулаторияһының мөдире Айһылыу (Йосопова) Зөлҡәрнәева намыҫлы хеҙмәте һәм үҙенең күркәм булмышы менән урындағы халыҡтың ихтирамын яулап, уның рухи терәге, күңел йыуанысына әүерелгән. Ике балаһы өсөн йәнен аямаған изгелекле һәм хәстәрлекле әсә лә ул, ҡәҙерлеһен һәм яҡындарын милли аш-һыуҙар әҙерләп көтөп алған уңған хужабикә лә, руль артына ултырып донъя гиҙергә аптырамаған сая рухлы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылығы һәм тыйнаҡлығы менән арбаусы ысын гүзәл зат ул.