Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Март 2020, 13:10

Изге һөнәр эйәләре

Бар һөнәрҙәр ҙә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән, халыҡ файҙаһына хеҙмәт итә икән, тимәк, уларҙың һәр береһе кәрәкле һәм мөһим. Шулай ҙа улар араһында мөһимдәрҙән дә мөһимерәк бер һөнәр бар – ул да булһа – медицина хеҙмәткәре. Аҡ халатлылар иңендә үтә лә ҙур яуаплылыҡ– халыҡ һаулығы һағында тороу бурысы ята.Бөгөн уларҙың эш көнө ғәҙәттәгенсә иртәнге кәңәшмәнән түгел, ә ҡатын-ҡыҙ коллегаларын яҡынлашып килгән байрам менән тәбрикләүҙән башланды. Дауаханала оҙаҡ йылдар эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре бик күп. Шуларҙың береһе - 90-сы йылдар аҙағында тормош иптәше Фәиз Ғәфүр улы менән Тажикстан-Афғанстан сигендә хеҙмәт иткән, аҙаҡ районға күсеп ҡайтҡас, урындағы халыҡтың һаулығын һаҡлауға ғәйәт ҙур өлөш индергән, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Илнира Рәжәп ҡыҙын районда белмәгән һәм хөрмәт итмәгән кеше юҡтыр! Байрам алдынан Илнира Рәжәп ҡыҙы Хәлитоваға һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.

Бар һөнәрҙәр ҙә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән, халыҡ файҙаһына хеҙмәт итә икән, тимәк, уларҙың һәр береһе кәрәкле һәм мөһим. Шулай ҙа улар араһында мөһимдәрҙән дә мөһимерәк бер һөнәр бар – ул да булһа – медицина хеҙмәткәре. Аҡ халатлылар иңендә үтә лә ҙур яуаплылыҡ– халыҡ һаулығы һағында тороу бурысы ята.
Бөгөн уларҙың эш көнө ғәҙәттәгенсә иртәнге кәңәшмәнән түгел, ә ҡатын-ҡыҙ коллегаларын яҡынлашып килгән байрам менән тәбрикләүҙән башланды.
Дауаханала оҙаҡ йылдар эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре бик күп. Шуларҙың береһе - 90-сы йылдар аҙағында тормош иптәше Фәиз Ғәфүр улы менән Тажикстан-Афғанстан сигендә хеҙмәт иткән, аҙаҡ районға күсеп ҡайтҡас, урындағы халыҡтың һаулығын һаҡлауға ғәйәт ҙур өлөш индергән, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Илнира Рәжәп ҡыҙын районда белмәгән һәм хөрмәт итмәгән кеше юҡтыр! Байрам алдынан Илнира Рәжәп ҡыҙы Хәлитоваға һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Читайте нас: