Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
5 Март 2020, 17:16

Тештәрегеҙ емелдәп, йылмайыуығыҙ балҡып торһон

Тештәрегеҙ һау булһа, бер йылмайыу һәм көлөүҙең әллә күпме сәғәткә ғүмерҙе оҙайтыуын иҫтә тотоп, ысын күңелдән йылмайыуҙары, донъя яңғыратып көлөүҙәре - үҙе ҙур кинәнес. Килешәһегеҙме?

Тештәрең һау булһа, бер йылмайыу һәм көлөүҙең әллә күпме ғүмерҙе оҙайтыуын иҫтә тотоп, ысын күңелдән йылмайыуҙары, донъя яңғыратып көлөүҙәре – үҙе ҙур рухи кинәнес. Килешәһегеҙме?
Бына шуға күрә лә бәләкәйҙән тештәрҙең сәләмәтлеген хәстәрләп, уларҙы һаҡларға, ваҡытында дауаларға кәрәклеген, кариес ауырыуының ауыҙ эсе, ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә лә тура юл һалыуын онотмау бигерәк тә мөһим шул.
Нәҡ балаларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртыу маҡсатында республика башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән “Взлетай” республика мәғариф проекты сиктәрендә ҡаралған “Сәләмәт йылмайыу”модуле уңышлы бойомға ашырылып килә лә инде. Бөгөн Мораҡ Башҡорт гимназияһының төп корпусында тантаналы рәүештә стоматология кабинеты асылыуы – быға асыҡ миҫал.
Гимназия уҡыусыларының шатлығын мәктәп директоры Рәзилә Хисмәтуллина, район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, район үҙәк дауаханаһы баш врачы вазифаһын башҡарыусы Ирина Рябова, мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов уртаҡлашты. Әйткәндәй, уҡыусыларҙы яңы асылған бүлмәлә балалар стоматологияһы врачы - Лилиә Солтанова менән шәфҡәт туташы – Татьяна Туленкова хеҙмәтләндерәсәк.
Сараға килгән ҡунаҡтарҙың балаларға бар теләге:
- Тырышып уҡығыҙ, тештәрегеҙ һау булһын, йылмайыуығыҙ балҡып торһон! – булды.
Читайте нас: