Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Ғинуар 2020, 12:44

Яугир-ҡотҡарыусы иҫтәлегенә

Йыл һайын “Рәсәй саңғы юлы” алдынан медицина хеҙмәткәрҙәре Ф.Ф.Кургаев иҫтәлегенә саңғы ярыштары үткәрә. Кеше һаулығы һағында тороусылар был спорт сараһын халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен,был спорт төрөн пропагандалау маҡсатында үткәрә.Был юлы “Бөркөт” стадионына саңғыла йөрөргә яратыусы, спорт менән дуҫ булыусы, был төр менән шөғөлләнеүсе 30-ҙан ашыу медицина хеҙмәткәре йыйылды.

Йыл һайын “Рәсәй саңғы юлы” алдынан медицина хеҙмәткәрҙәре Ф.Ф.Кургаев иҫтәлегенә саңғы ярыштары үткәрә. Кеше һаулығы һағында тороусылар был спорт сараһын халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен,был спорт төрөн пропагандалау маҡсатында үткәрә.
Был юлы “Бөркөт” стадионына саңғыла йөрөргә яратыусы, спорт менән дуҫ булыусы, был төр менән шөғөлләнеүсе 30-ҙан ашыу медицина хеҙмәткәре йыйылды. Ярышта ойоштороусылар үҙҙәре лә – Мораҡ үҙәк район дауаханаһының администрацияһы һәм профсоюз комитеты вәкилдәре ҡатнашты.
Тәүгеләрҙән булып стартҡа 23 йәштән 35 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар баҫты. Был категорияла финишҡа тәүгеләрҙән булып Кузьминовка фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Диана Суракова килде, икенсе урынды Мораҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге санитаркаһы Зәлиә Әйүпова алды.
36 йәштән 49 йәшкә тиклемгеләр араһында операция бүлеге шәфҡәт туташы Әлфинур Хөсәйеноваға етеүсе булманы, икенсе урында – Александровка фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Людмила Чепик, өсөнсөлә – бала табыу бүлеге шәфҡәт туташы Рәмзилә Әҡсәнова.
Тәүәкән ауыл-табип амбулаторияһы акушеркаһы Рузалия Әбдрәхимова 50 йәштән өлкәндәр категорияһында еңеү яуланы. “Көмөш” Йомағужа ауыл участка дауаханаһы стоматологы Наилә Асҡаровала булһа, “баҡыр” миҙалды спорт сараларының иң әүҙем ҡатнашыусыһы – Мәҡсүл ауыл-табип амбулаторияһы акушеркаһы Рәмилә Дәминева алды.
Ир-егеттәр араһында реанимотолог Фәнүр Суҡбаев (23 йәштән 35 йәшкә тиклем), стоматолог Ринат Ишмөхәмәтов (50 йәштән өлкәндәр араһында) һәм баш табип урынбаҫары Мөҙәрис Хәбибуллин (60 йәштән өлкәндәр араһында) үҙ категорияларында беренселекте яуланы.
Еңеүселәр һәм призерҙарға маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Мораҡ башҡорт гимназияһының 2-се клас уҡыусыһы Гөлнәзирә Аҡкилдина әсәһе менән бергә бөтә дистанцияны үткәне өсөн махсус бүләккә лайыҡ булды.
Еңеүселәргә 1 февралдә “Рәсәй саңғы ярышы-2020” сиктәрендә үткәрелгән район спорт сараһында ла уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!
Анатолий КАЗАКОВ.
Автор фотолары.
Читайте нас: