Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
28 Декабрь 2019, 22:56

Бөтә күңелен балаларға бағышлаған

Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Балалар сирләһә, бигерәк тә ҡыйын. Уның яҙмышын ышаныслы, белемле табипҡа тапшырғы килә. Был йәһәттән, Мораҡ үҙәк район дауаханаһында хәлдәр яҡшы: үҙ эшен төплө белгән, бөтә күңелен биреп башҡарған балалар табиптары, шәфҡәт туташтары эшләй. Балалар табибы Гөлназ Әбдрәхимованы ла күптәр эшенә етди ҡараусы, үҙ-үҙенә талапсан белгес булараҡ белә.

Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Балалар сирләһә, бигерәк тә ҡыйын. Уның яҙмышын ышаныслы, белемле табипҡа тапшырғы килә. Был йәһәттән, Мораҡ үҙәк район дауаханаһында хәлдәр яҡшы: үҙ эшен төплө белгән, бөтә күңелен биреп башҡарған балалар табиптары, шәфҡәт туташтары эшләй. Балалар табибы Гөлназ Әбдрәхимованы ла күптәр эшенә етди ҡараусы, үҙ-үҙенә талапсан белгес булараҡ белә.
Маҡсатлы ҡыҙ кескәй генә сағынан табип булырға хыялланған. Ҡыҙҙарының ошо юлды һайлауға, һис шикһеҙ, ата-әсәһенең дә үҙ ғүмерҙәрен изге һөнәрҙәргә бағышлауы йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Хәтимә Вәлиәтдин ҡыҙы Салауат медицина училищеһын тамамлап ҡайтҡандан һуң Мораҡ үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлегендә 37 йыл шәфҡәт туташы булып эшләй, Роберт Хөснулла улы ғүмерен ҡотҡарыусы һөнәренә арнаған, ул 1983 йылдан ошо өлкәлә хеҙмәт итә, тиҫтә йылға яҡын райондағы ошо хеҙмәтте етәкләй.
Ата-әсәһенең лайыҡлы өлгөһөндә тәрбиәләнгән ҡыҙ Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға инә. Мораҡ үҙәк район дауаханаһында интернатура үткәндән һуң, йәш белгес үҙенең хеҙмәт юлын тыуған ауылында балалар табибы булараҡ башлай. Яңы эш башлаған белгескә эскерһеҙ сабыйҙар менән эшләүе берҙән күңелле булһа, һөйләшә белмәгән, ҡайһы ерҙәре ауыртыуын аныҡ ҡына аңлата алмаған кескәйҙәр менән эшләүҙең үҙ ауырлыҡтары ла табыла. Аҡ халатлы белгескә күтәрелеп ҡарарға ла ҡурҡып ултырған саҡтарында һәр ҡайһыһына йылы һүҙ табып, күңелен ҡанатландырып ебәрергә лә, тик яҡшыға өмөт уятырға ла ваҡыт таба Гөлназ Роберт ҡыҙы.
Уның дауаханала эшләй башлауына тиҫтә йыллап ваҡыт үткән, ул хәҙер тәжрибә туплаған, коллективта үҙ кешегә әйләнгән табиптарҙың береһе. Һәр эшкә төплө ҡарарға өйрәнгән, еренә еткереп башҡарған белгескә участка табип-педиатры вазифаһы менән бергә балаларҙы көндөҙгө стационарҙа дауалау эшен дә ышанып тапшырғандар.
Гөлназ Роберт ҡыҙы хеҙмәтләндергән участкала – 800-ләп бала. Участка педиатрҙары иңдәрендә ауырып киткәндәрҙе ҡабул итеүҙән тыш, бер йәшкә тиклемге сабыйҙарға патронажға барыу, физик мөмкинлектәре сикләнгән булараҡ иҫәптә торғандарҙы контролдә тотоу һәм башҡа бурыстар ята. Улар менән бер рәттән пациенттарҙың сәләмәтлеген нығытыу һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү яғынан да күп эшләргә тура килә уларға.
– Эштәребеҙ планға ярашлы бара. Үҙебеҙгә ҡараған участкаларҙа киҙеүгә ҡаршы вакцинация үткәрҙек, мәктәпкәсә йәштәге балаларға, уҡыусыларға прививкалар эшләнде. Табип булараҡ, Мораҡ дауаханаһында эшләү осорондағы күҙәтеүҙәремә ярашлы, һуңғы йылдарҙа балалар араһында күреү һәләте йылдан-йыл кәмей бара. Мәҫәлән, балаларға медицина тикшереүе үткәргән ваҡытта күптәрҙең күҙҙәре насар күреүе асыҡлана. Быға, әлбиттә, хәҙерге балаларҙың телевизорҙан һәм телефондан айырылмауы сәбәпсе тип уйлайым.
Һуңғы йылдарҙа эсәк-ашҡаҙан ауырыуҙары менән яфаланыусылар һаны ла арта. Был сир баланың дөрөҫ туҡланмауына бәйле. Составында консерванттар самаһыҙ күп булған аҙыҡ ашау, һут эсеү ошо сирҙәргә килтерә.
Тағы ла үҫмерҙәр умыртҡа һөйәге сирҙәре – сколиоз менән йонсой. Былар инде баланың йәшәү рәүешенә бәйле. Төрлө гаджеттар менән саманан тыш мауығыу, спорт менән шөғөлләнмәү – сиргә юлыҡтырыусы төп факторҙар. Үҙ йәшенә тап килмәгән модалы аяҡ кейеме кейеү, уҡыусылар өсөн яраҡлаштырылмаған рюкзак-сумкаларҙы йөрөтөү кәүҙәнең дөрөҫ формалашмауына килтерә. Күп ултырыу ҙа зыянлы. Егет-ҡыҙҙарҙы спортҡа ылыҡтырырға кәрәк, бәләкәй саҡтарынан ата-әсә өйрәтһә, аҙаҡ үҙҙәре лә күнегеп китәсәк. Физик күнегеүҙәрҙең бер кемгә лә зыян иткәне юҡ әле, – тип фекерҙәре менән бүлеште Гөлназ Роберт ҡыҙы.
Райондың тотҡаһы булырҙай бына шундай белемле, алдынғы ҡарашлы, тәртипле йәштәр булғанда, һис шикһеҙ, киләсәк өсөн күңел тыныс.
Фото: геройҙың шәхси архивынан.
Читайте нас: