Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Декабрь 2019, 17:10

Әсәй, һин булғанға беҙ бит бәхетлебеҙ, янда булһаң – донъя түңәрәк!

Әсәй... Ошо дүрт кенә хәрефтән торған һүҙ күпме хис-тойғоларҙы үҙ эсенә алған: әсәнең балаға, баланың әсәгә булған сикһеҙ һөйөүе, хәстәрлек, бөтмәҫ наҙ, йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар, шатлыҡ-ҡыуаныстар... Әсә өсөн ул-ҡыҙҙары ни тиклем ғәзиз булһа, бала өсөн дә әсәй шул тиклем ҡәҙерле, яҡын. Беҙ ҙә ошо көндәрҙә үҙенең күркәм ғүмер байрамын – үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләүсе әсәйебеҙ Миләүшә Бәғәҙәт ҡыҙы Мозафарованы сикһеҙ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.

Әсәй... Ошо дүрт кенә хәрефтән торған һүҙ күпме хис-тойғоларҙы үҙ эсенә алған: әсәнең балаға, баланың әсәгә булған сикһеҙ һөйөүе, хәстәрлек, бөтмәҫ наҙ, йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар, шатлыҡ-ҡыуаныстар... Әсә өсөн ул-ҡыҙҙары ни тиклем ғәзиз булһа, бала өсөн дә әсәй шул тиклем ҡәҙерле, яҡын. Беҙ ҙә ошо көндәрҙә үҙенең күркәм ғүмер байрамын – үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләүсе донъялағы иң яҡын кешебеҙҙе сикһеҙ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Беҙҙең әсәйебеҙ Миләүшә Бәғәҙәт ҡыҙы Мозафарова 1960 йылдың 5 ғинуарында Ураҡай ауылында донъяға килгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, уға атаһына арҡа терәп, наҙланып-иркәләнеп кенә үҫергә насип булмай, атаһы Бәғәҙәт Ишдәүләт улы 38 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлаша. Әсәһе Мәрфуға Ғәлиулла ҡыҙы (ул 1937 йылғы) бар ғүмерен колхоз эшенә арнай.
Тормош иптәше вафат булғас, өләсәйебеҙ балалары менән бергә Тәүәкән ауылына күсеп ҡайта. Дүрт ҡыҙына ла лайыҡлы тәрбиә биргән, юғары белем алырға ярҙам иткән өләсәйебеҙ Тәүәкән ауылының хөрмәтле инәйҙәренең береһе булып, бөгөн дә барыбыҙға ла терәк-таяныс булып тора.
Әсәйебеҙ 1979 йылда Салауат медицина училищеһын тамамлай һәм Мораҡ үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Бына шул мәлдән алып уның нисәмә тиҫтә йыл ғүмере район поликлиникаһы менән бәйләнгән. Башта ул участка табибы Земфира Миншәрип ҡыҙы Рөстәмова менән бергә эшләй, ул икенсе вазифаға тәғәйенләгәс, әсәйебеҙ алты йыл дауамында ауырыуҙарҙы үҙ аллы ҡабул итә. Хроник сирлеләрҙе өйҙәренә барып ҡарау, тейешле процедуралар, прививкалар яһау ҙа уның өҫтөндә була. 2002 йылдан 2013 йылға тиклем шәфҡәт туташы булып участка терапевы Миңлегөл Ғәли ҡыҙы Мозафарова менән эшләһә, әлеге көндә табип-терапевт Татьяна Николаевна Милицова менән бергә хеҙмәт юлын дауам итә.
Бай тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһенә эйә әсәйебеҙҙе хеҙмәттәштәре лә, пациенттар ҙа хөрмәт итә, сөнки ул һәр кемгә ихлас, асыҡ йөҙлө, үҙе белгәндәрҙе йәш коллегаларына ла өйрәтә, ауырыуҙарға һәр ваҡыт иғтибарлы. Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнауҙы өнәмәй ул, медицина өлкәһендә уҙған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ун йыл самаһы дауахана хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитетында ла эшләне.
Үҙ эшенә бар күңелен һалған, 2007 йылдан юғары категорияға эйә булған әсәйебеҙҙең тырыш хеҙмәте юғары баһаланды: “Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеме бирелде, юғары һөнәри оҫталығы, үҙәк район дауаханаһының йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тип танылды.
Әсәйебеҙ менән атайыбыҙ Раил Рәшит улының сәстәрен-сәскә бәйләүҙәренә лә байтаҡ йылдар уҙған. Улар беҙгә, ҡыҙҙары – Эльвира менән Ләйсәнгә, кейәүҙәре Вячеслав менән Йүрүҙәнгә, ейәндәре Денис менән Искәндәргә, ейәнсәрҙәре Карина менән Юлиәгә бар яҡлап та өлгө булып тора. Бик уңған хужабикә ул, өйөндә һәр ваҡыт бөхтәлек, йылылыҡ хөкөм һөрә, тәҙрә төптәре сәскәләргә күмелгән, бешергән аш-һыуы иһә телде йоторлоҡ.
Әсәйебеҙгә йәнә бер һыҙат хас - ул бик ҡунаҡсыл. Ҡасан ғына барып инһәң дә, һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, ихлас аралаша, шуға ла уның өйөнән кеше өҙөлмәй. Туған-тыумасаларыбыҙ өсөн ул изге күңелле апай, инәй, еңгә булһа, беҙҙең өсөн – иң яҡын серҙәшебеҙ, таяныр таянысыбыҙ. Ҡәҙерлебеҙгә һәр ваҡыт шулай барыһына ла кәрәк булып, киләһе юбилейҙарын да иҫәнлектә-һаулыҡта, яҡындары менән бергә шатланып-ҡыуанып ҡаршыларға насип булһын! Киләсәктә лә йәшәүҙән йәм табып, яҡындарының күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, һаулыҡта оҙон ғүмер кисерергә насип булһын. Алдағы ғүмерең өмөт-ышаныс менән тулы булһын, йөҙөңдө һәр саҡ йылмайыу биҙәһен, һәр атҡан таң һөйөнөслө хәбәрҙәр алып килһен, иртәләрең ҡояшлы, күңелең һәр саҡ тыныс булһын!
Беҙҙең өсөн һин яҡты ҡояштан да яҡтыраҡ, әсәй!
Ҡыҙҙары Эльвира Әбделминова, ЛәйсәнФазылова.
Читайте нас: