Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Декабрь 2019, 14:20

Бөгөн Теләүембәт ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Теләүембәт халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе. Етеп килгән Яңы йылға ҙур бүләк булып ауылда өр-яңы, заманса фельдершер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты.

Теләүембәт халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе. Етеп килгән Яңы йылға ҙур бүләк булып ауылда өр-яңы, заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты.
Теләүембәттәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимите башлығы Ғайса Янбаев, Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов, Күмертау ҡала дауаханаһының медицицина өлкәһе буйынса баш табип урынбаҫары Лариса Барышникова, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡалар килде.
Иң беренсе һүҙҙе район хакимиәте башлығы алды. Ғайса Ғилметдин улы ауыл халҡын шатлыҡлы ваҡиға менән тәбрикләне, райондағы хәл-торош, төҙөлгән объекттар менән таныштырҙы. Яңы һаулыҡ һаҡлау объектының ауыл халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен, халыҡҡа медпунктҡа тик профилактика маҡсатында ғына йөрөргә яҙһын, тигән изге теләктәрен еткерҙе һәм ФАП-ты төҙөүгә ҙур өлөш индергән “Нур” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мастеры Винер Сәғәҙиевҡа Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Ауыл халҡын БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов, Күмертау ҡала дауаханаһының медицицина өлкәһе буйынса баш табип урынбаҫары Лариса Барышникова сәләмләне. Ауыл халҡы тураһында хәстәрлек күргән етәкселәргә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эште атҡарып сыҡҡан төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен Зәлифә Иҙрисова еткерҙе.
Яңы ФАП төҙөлөүгә иң ныҡ ҡыуанған кеше — 29 йыл теләүембәттәрҙең сәләмәтлеге һағында тороусы фельдшер Сөмбөл Ишмөхәмәтовалыр, моғайын. Уның ҡарамағында 400-гә яҡын кеше.
Теләүембәт ауылындағы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты бар заман талаптарына яуап бирә: бында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар кабинеты, дарыу препараттарын һаҡлау бүлмәләре бар. ФАП санитар нормаларға ла тап килә.
Ал таҫманы киҫкәндән һуң ҡунаҡтар, ауыл халҡы өр-яңы медпунктҡа инеп, иркен, уңайлы кабинеттарҙы ҡарап сыҡты.
Розалия ИСҠУЖИНА.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: