Көндәр бер һыуытып, бер йылытып торған мәлдә киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән бер рәттән, киҙеү ҙә (грипп) баш ҡалҡыта. Сирлеләр һаны айырыуса декабрь-ғинуарҙа арта.
Хәүеф төркөмөнә элеккесә балалар, 60 йәштән ололар, иммунодефициты ҡаҡшаған кешеләр, йөклө ҡатындар, медицина хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт урындарында һәм ашхана-кафеларҙа эшләүселәр инә.
Киҙеү нимәһе менән ҡурҡыныс?
Хроник ауырыуҙары булғандар, организмдары төрлө ауырыуҙарға тиҙ бирешеп барыусылар дөрөҫ дауа алмаған осраҡта өҙлөгөп китеүе ихтимал. Өҙлөгөү
- үпкә сирҙәре аҙыуына (пневмония, бронхит), киҙеү менән ауырығандан һуң башланған пневмония хатта кеше үлеменә сәбәпсе була;
- тын алыу юлдары, ишетеү органдары зарарланыуына (отит, синусит, трахеит һ. б.);
- йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына көсөргәнеш биреүе (миокардит, перикардит);
- нервы системаһы ҡаҡшауы арҡаһында менингит, энцефалит, невралгия кеүек сирҙәргә юл асылыуына килтереүе ихтимал.
Унан нисек һаҡланырға?
Киҫкен респиратор-вирус инфекцияһынан һаҡланыуҙың төп ысулы – уға ҡаршы вакцина эшләтеү. Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы ярҙамсыһы Альбина Байназарова һүҙҙәренсә беҙҙең районда 10 735 кешегә прививка яһалған. Уларҙың 4052-һе – балалар.
Прививка киҙеүҙең тиҙ таралыуын иҫкәртә, башҡа сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә, аҙыуына юл ҡуймай. Балаларға 6 айҙан прививка эшләтергә була.
Киҙеүҙе иҫкәртеү өсөн сирлеләр булған урындарҙа йөрөмәҫкә, йәмәғәт транспортында медицина маскаһы кейергә, тыштан ингән һайын ҡулды, танауҙы һабынлап йыуырға, йортто елләтеп торорға, сәләмәт тормош алып барырға кәңәш ителә.
Иң мөһиме: киҙеүҙе үҙ аллы дауалап маташмағыҙ, сир эләктереү билдәләре була ҡалһа, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!