Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
29 Ноябрь 2019, 14:45

Нимә ул сөннәт?

Сөннәт – ул мосолмандарҙың борондан килгән дини сауаплы ғәмәле.Медицинала төрлө ауырыуҙарҙан профилактика сараһы булғанға, табиптар сөннәтте хуплайҙар һәм кәңәш итәләр. Йәш балала сөннәт яраһы тиҙ төҙәлә. Сөннәтте йәш балаларға эшләүе күпкә еңелерәк. Уларҙың тиреһе лә тиҙ һәм еңел төҙәлә, ауыртыу бик һиҙелмәй. Тимәк, уны балаға нисә йәштәрҙә эшләргә? Сөннәт ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы ниндәй ауырыуҙарҙан һаҡлай?

Сөннәт – ул мосолмандарҙың борондан килгән дини сауаплы ғәмәле.
Медицинала төрлө ауырыуҙарҙан профилактика сараһы булғанға, табиптар сөннәтте хуплайҙар һәм балаларҙы бәләкәй саҡтан сөннәткә ултыртырға кәңәш итәләр.
Йәш балала сөннәт яраһы тиҙ төҙәлә. Сөннәтте йәш балаларға эшләүе күпкә еңелерәк. Уларҙың тиреһе лә тиҙ һәм еңел төҙәлә, ауыртыу бик һиҙелмәй. Тимәк, уны балаға нисә йәштәрҙә эшләргә? Сөннәт ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы ниндәй ауырыуҙарҙан һаҡлай?
*Донъя яралғандан алып мосолман булған һәр ир-атҡа яһалырға тейеш нәмәлер ул.
*Сөннәт – таҙалыҡ билдәһе. Тырнаҡ киҫеп, һаҡал-мыйыҡ ҡырған кеүек үк, ир-аттың сөнәтле булыуы мөһим.
*Бала бәлиғ булғансы уны сөннәтле итеү ата кешенең бурысы һанала.
*Сөннәтте баланың 1 йәше тулғансы, йәиһә 6-12 йәштәрҙә яһау яҡшы. 1 йәштән 6 йәшкә тиклем баланың психологик торошо тотороҡло булмай.
*Сөннәтле ир-атҡа кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡтағы яман шеш сире һирәгерәк була.
*Ир-аттың сөннәтле булыуы СПИД кеүек яман сирҙән һаҡлай.
Розалия ИСҠУЖИНА әҙерләне.
Читайте нас: