Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Ноябрь 2019, 11:32

Йәшлек дәртен эшкә егеп

Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Сәләмәтлегебеҙ ҡаҡшап китһә, бөтә тормошобоҙҙоң көйө китә. Тап ошо мәлдә барыбыҙ ҙа ҙур өмөттәр бағлап изге һөнәр эйәләре - табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Был йәһәттән балаларыбыҙ өсөн борсолорға түгел. Беҙҙең дауаханала үҙ эшен төплө белгән, бөтә күңелен биреп башҡарған балалар табиптары, шәфҡәт туташтары эшләй. Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табип-педиатры Гөлназ Роберт ҡыҙы Әбдрәхимованы ла күптәр ипле, намыҫлы, эшенә етди ҡараусы, үҙ-үҙенә талапсан белгес булараҡ белә.

Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Сәләмәтлегебеҙ ҡаҡшап китһә, бөтә тормошобоҙҙоң көйө китә. Тап ошо мәлдә барыбыҙ ҙа ҙур өмөттәр бағлап изге һөнәр эйәләре - табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Был йәһәттән балаларыбыҙ өсөн борсолорға түгел. Беҙҙең дауаханала үҙ эшен төплө белгән, бөтә күңелен биреп башҡарған балалар табиптары, шәфҡәт туташтары эшләй. Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табип-педиатры Гөлназ Роберт ҡыҙы Әбдрәхимованы ла күптәр ипле, намыҫлы, эшенә етди ҡараусы, үҙ-үҙенә талапсан белгес булараҡ белә.

Гөлназ – Мораҡ ауылы ҡыҙы. Хәтимә менән Роберт Маннановтарҙың татыу һәм өлгөлө ғаиләһендә, уларҙың иң тәүге шатлыҡтары булып донъяға килә. Бәләкәйҙән төплө фекерле, аҡыллы булып үҫкән ҡыҙ кескәй генә сағынан уҡ табип булырға хыяллана. Ҡыҙҙарының изге һөнәр һайлауына һис шикһеҙ ата-әсәһенең үҙ ғүмерҙәрен изге һөнәрҙәргә бағышлауы йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Хәтимә Вәлиәтдин ҡыҙы Салауат медицина училищеһын тамамлап ҡайтҡандан һуң Мораҡ үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлегендә 37 йыл (!) шәфҡәт туташы булып эшләй, Роберт Хөснулла улының да ғүмере изге лә, яуаплы ла ҡотҡарыусы һөнәренә арнала, ул 1983 йылдан ошо өлкәлә хеҙмәт итә, 10 йылға яҡын райондағы ошо хеҙмәтте етәкләй. Ата-әсәһенең лайыҡлы өлгөһөндә тәрбиәләнгән ҡыҙ мәктәптә лә һынатмай. Бала саҡтан күңеленә һалып ҡуйған хыялына тоғро ҡалып тырышып уҡый, айырыуса биология, химия фәндәрен төплө өйрәнә. Тырыш ҡыҙға башҡа фәндәр ҙә ауыр бирелмәй, шуға мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, үҙ маҡсатына ирешә - Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға инә. Үҙ һөнәреңде, эшеңде биш бармағыңдай белеү өсөн ныҡлы нигеҙ кәрәк, айырыуса кеше һаулығы, уларҙың ғүмерҙәре өсөн яуаплы белгестәргә. Гөлназ Роберт ҡыҙы уҡығанда ла үҙенә тынғылыҡ бирмәй, һайлаған һөнәренең барлыҡ нескәлектәрен төптән аңлау өсөн бар тырышлығын һала.


Мораҡ үҙәк район дауаханаһында интернатура үткәндән һуң, үҙенең хеҙмәт юлын йәш белгес тыуған ауылында балалар табибы булараҡ башлай. Яңы эш башлаған йәш белгескә саф күңелле, эскерһеҙ сабыйҙар менән эшләүе берҙән күңелле булһа, һөйләшә белмәгән, ҡайһы ерҙәре ауыртыуын аныҡ ҡына аңлата алмаған кескәйҙәр менән эшләүҙең үҙ ауырлыҡтары ла була. Ә инде аҡ халатлыларға күтәрелеп ҡарарға ла ҡурҡып ултырған саҡтарында һәр ҡайһыһына йылы һүҙ табып, күңелен ҡанатландырып ебәрергә лә, тик яҡшыға өмөт уятырға ла ваҡыт таба Гөлназ Роберт ҡыҙы.

Уның дауаханала эшләй башлауына ла ун йыллап ваҡыт үткән, ул хәҙер тәжрибә туплаған, коллективта үҙ кешегә әйләнгән өмөтлө табиптарҙың береһе. Һәр эшкә төплө ҡарарға өйрәнгән, һәр эште еренә еткереп эшләгән белгескә участка табип-педиатры эше менән бергә балаларҙы көндөҙгө стационарҙа дауалау эшен дә ышанып тапшырғандар.

Гөлназ Роберт ҡыҙы хеҙмәтләндергән участкала 800-ләп бала. Участка педиатрҙары иңдәрендә ауырып киткәндәрҙе ҡабул итеүҙән тыш, 1 йәшкә тиклемге сабыйҙарға патронаж ҡылыу, физик мөмкинлектәре сикләнгән булараҡ иҫәптә торғандарҙы һәр саҡ контролдә тотоу, дежур итеү һәм башҡа бик күп бурыстар ята. Улар менән бер рәттән ауырыуҙарҙың сәләмәтлеген нығытыу һәм сирҙәрҙе профилактикалау яғынан да күп эшләргә тура килә уларға.


- Ошо көндәрҙә ниндәй эштәр менән мәшғүлһегеҙ? – тип мәҡәлә геройының эштәре менән ҡыҙыҡһынабыҙ.

- Үҙебеҙгә ҡараған участкаларҙа киҙеүгә ҡаршы вакцинация үткәрҙек. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға, уҡыусыларға прививкалар эшләнде. Ошо арала балалар араһында киҫкен респиратор вируслы сирҙәр менән ауырыусылар артып тора, сирлеләрҙе ҡабул итәбеҙ, дауалайбыҙ, балаларға диспансеризация үткәрәбеҙ.

- Һуңғы йылдарҙа балалар араһында ниндәй сирҙәр күберәк осрай?

- Балалар араһында күреү һәләте йылдан-йыл кәмей бара. Мәҫәлән, 1-се класҡа, ғөмүмән, башҡа уҡыусы балаларға медицина тикшереүе үткәргән ваҡытта күҙҙәре насар күреүҙәре асыҡлана. Быға, әлбиттә, хәҙер балаларҙың телевизорҙан һәм телефондан айырылмауы сәбәпсе.

Һуңғы йылдарҙа эсәк ауырыуҙары менән яфаланыусылар һаны арта. Был сир баланың дөрөҫ туҡланмауына бәйле. Составында консерванттар самаһыҙ күп булған аҙыҡ ашау, һут эсеү ошо сирҙәргә килтерә лә инде.

Үҫеп килеүсе йәш быуын араһында неврология ауырыуҙары күбәйеп бара. Был, беренсенән, компьютер, телевизор, телефонда күп ултырыуҙан килһә, буласаҡ әсәйҙәргә йөклө ваҡытта үҙ һаулығына икеләтә, өсләтә иғтибарлы булырға ла кәрәктер. Тағы ла үҫмерҙәр умыртҡа һөйәге сирҙәре - сколиоз менән йонсой. Былар инде баланың йәшәү рәүешенә бәйләнгән. Төрлө гаджеттар менән саманан тыш мауығыу, спорт менән дуҫ булмау – сиргә юлыҡтырыусы төп факторҙар. Үҙ йәшеңә тап килмәгән модалы аяҡ кейемдәрен, уҡыусылар өсөн яраҡлы булмаған рюкзак-сумкаларҙы өҫтөн күреү – кәүҙәнең дөрөҫ формалашмауына килтерә. Күп ултырыу ҙа зыянлы. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, 12-17 йәшлек егет-ҡыҙҙар баштарын гел аҫҡа эйеп, телефонға текәлеп йөрөй. Тимәк, үҫмерҙәрҙең кәүҙәһе шул килеш формалашасаҡ. Егет-ҡыҙҙарҙы спортҡа ылыҡтырырға кәрәк, бәләкәй саҡтарынан ата-әсә өйрәтһә, аҙаҡ үҙҙәре лә күнегеп китер, физик күнегеүҙәрҙең бер кемгә лә зыян иткәне юҡ әле, - тип балалар араһындағы ауырыуҙар тураһында һөйләп үтте ул.



Ҡатын-ҡыҙ бәхете нимәлә? Яратҡаң эшең, яратҡаң кешең – һине ярты һүҙҙән аңлаған ишең булыуҙа, һөйгәнең менән донъялар ҡороп, балалар үҫтереүҙә. Гөлназ Роберт ҡыҙы һәр яҡтан да уңған, донъяһы түңәрәк, күңеле бөтөн.

Мораҡ ауылы егете Радик Ғайса улы менән ғаилә ҡороп, инде-иңгә терәшеп йәшәүҙәренә лә 10 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Радик - һөнәре буйынса ҡотҡарыусы, райондың Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтен етәкләй. Йәш ғаиләлә ике ул – Артур менән Азат үҫә. Эштәренең тынғыһыҙ һәм ауыр булыуына ҡарамаҫтан, улар ғәзиздәрен иғтибар-хәстәренән, һөйөү-наҙынан мәхрүм итмәй. Йәшлек дәртен эшкә егеп өйөндә лә, эшендә лә өлгөргән матур пар күркәм йорт та һалып сыҡҡан, ата-әсәһе, туғандары өлгөһөндә лайыҡлы донъя көтә.


Райондың тотҡаһы булырҙай бына шундай белемле, алдынғы ҡарашлы, тәртипле йәштәр булғанда, һис шикһеҙ, киләсәк өсөн күңел тыныс.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Читайте нас: