Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
7 Сентябрь 2019, 00:27

Республикала бөтә ашығыс ярҙам бригадалары планшеттар менән йыһазландырыла

Республикала бөтә ашығыс ярҙам бригадалары планшеттар менән йыһазландырыла 2019 йылда Башҡортостандың бөтә ашығыс медицина ярҙамы бригадаларын планшет компьютерҙары менән йыһазландырыуға дәүләт килешеүе төҙөлдө. Гаджеттар Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһы менән берләштерелгән, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбәкова.

2019 йылда Башҡортостандың бөтә ашығыс медицина ярҙамы бригадаларын планшет компьютерҙары менән йыһазландырыуға дәүләт килешеүе төҙөлдө. Гаджеттар Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһы менән берләштерелгән, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбәкова.


Уның һүҙҙәренсә, мобиль компьютерҙар ярҙамында табиптар онлайн режимында саҡырыуҙар ҡабул итергә, юлда барғанда уҡ сирҙең тарихы менән танышырға, беренсел медицина документтарын тултырырға, дауаханаға пациенттың хәле һәм уға талап ителгән ярҙам тураһында хәбәр итергә тейеш.


Ашығыс ярҙам табиптары эксперименталь төркөмөнөң яңы гаджеттарҙы нисек һынап ҡарауы тураһында «Детально» бүлегендә http://www.bashinform.ru/detalno/1349087/?clear_cache=Y.

Читайте нас: