- Балалар поликлиникаһы бинаһына 1 августан ремонт эштәре башланыу сәбәпле, балаларҙы ҡабул итеү ваҡытлыса бала табыу бүлегенең 1-се ҡатында башҡарыла, төп поликлиника яғынан инергә, унда “Балалар поликлиникаһы”тигән яҙыу ҡуйылған. Стоматологтар хәҙер терапия бүлегендә (көндөҙгө стационар урынлашҡан бинала) 1-се ҡатта дауалай. Психиатр, нарколог кешеләрҙе ваҡытлыса инфекция бүлегендә ҡабул итә (ингән ер алғы яҡтан, айырым), шулай уҡ дерматолог та хәҙер был бүлектә, ҡан төркөмө асыҡланған бүлмәлә ултыра.
Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға түҙеп була, уның ҡарауы, реконструкциянан һуң дауаханаға ҡот инеп китер әле. Бөтәһе лә халыҡ мәнфәғәте өсөн!