Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Август 2019, 12:42

Әсә һөтө – сәләмәтлек сығанағы

Мораҡ үҙәк район дауаханаһының акушер-гинекология бүлеге Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инициативаһы менән баланы әсә һөтө менән туҡландырыуҙы хуплау һәм яҡлау маҡсатында иғлан ителгән акцияға ҡушылды. Мәғлүм булыуынса, ул донъяның 170-тән ашыу илендә 1 августан 7-һенә ҡәҙәр үткәрелә.

Мораҡ үҙәк район дауаханаһының акушер-гинекология бүлеге Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инициативаһы менән баланы әсә һөтө менән туҡландырыуҙы хуплау һәм яҡлау маҡсатында иғлан ителгән акцияға ҡушылды. Мәғлүм булыуынса, ул донъяның 170-тән ашыу илендә 1 августан 7-һенә ҡәҙәр үткәрелә.

Сараның төп маҡсаты – буласаҡ әсәләргә балаларына күкрәк һөтө имеҙеүҙең баланың һәм үҙҙәренең сәләмәтлеге өсөн файҙалы булыуын төшөндөрөү.

Төрлө матдәләргә бай күкрәк һөтө яңы тыуған сабый өсөн иң ҡулай аҙыҡ һанала, ул сабыйҙың иммунитетын нығытыуҙа ла ҙур роль уйнай. Әсә һөтөндә балаға кәрәкле бөтә кәрәкле матдәләр ҙә бар.

Шуға күрә табиптар бала тыуғас та, тәүге алты айҙа тик күкрәк һөтөн генә имеҙергә тәҡдим итәләр. Эҫе төбәктәрҙә генә өҫтәмә рәүештә ҡайнатып һыуытылған һыу бирергә мөмкин тиҙәр белгестәр. Әйткәндәй, район дауаханаһы күптән “Балаға мәрхәмәтле дауахана” статусына эйә.

Сабыйҙы имеҙеү – әсәлек тойғоһон уятыусы писхофизиологик процесс икәнлеге лә билдәле, ҡатын –ҡыҙ сәләмәтлегенә лә ыңғай тәьҫир итә. Яман шеш, мастопатия, остеопороз кеүек сирҙәрҙе иҫкәртергә булышлыҡ итә.

Акция сиктәрендә үткәрелгән сарала ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушеркаһы Галина Бойко йөклөлөк буйынса иҫәптә торған ҡатын-ҡыҙҙарға баланы имеҙеп кенә лә ошо сирҙәрҙән һаҡланырға була икәнлеген бәйән итте, әсә һөтөнөң балаға ниндәй файҙа килтергәнлеген ентекләп аңлатты, баланы түшкә дөрөҫ итеп һалыу, артыҡ һөттө һауып алыу ( ғәҙәттә, бала имгәндән һуң артып ҡалғанын һауалар, баҡтиһәң, киреһенсә, тәүге һөттө бушатырға кәңәш итәләр, сөнки уның бик күп процентын һыу тәшкил итә) буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Терапевт Лариса Бавддинова ла күп балалы әсә булараҡ, баланы имеҙеп туҡтағандан һуң күкрәкте нисек һаҡларға икәнлеге тураһында кәңәштәр бирҙе. Түште матур килеш һаҡларға контраст душ, гимнастика, күкрәк тиреһен кремдар, майҙар менән туҡландырыу ярҙам итә, эс кейем дә яраҡлы размерҙа һайларға кәрәк, тип билдәләне Лариса Мәҙәмин ҡыҙы.

Буласаҡ әсәләр ҙә (уларҙың ҡайһы берҙәренең тәүге сабыйҙары тыуа, ҡайһыларыныҡы бер йә ике, өс балаһы бар) үҙ сиратында ҡыҙыҡһындырған йә борсоған һорауҙарға яуап алды.

Буласаҡ әсәләрҙең барыһына ла тематик брошюралар тараттылар.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.


Читайте нас: