Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Июнь 2019, 17:33

Ғизәтуллиндарҙың өсөнсө шатлығы

Бына атай булыу бәхетен өсөнсөгә татыған Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күгәрсен район бүлегендә 2016 йылдан водитель булып эшләүсе Ирек Ғизәтуллин да һөйөклөләрен ҙур тулҡынланыу менән көттө. Тулҡынланмаҫлыҡмы ни, беренсенән, ул яңыраҡ тыуған ҡыҙын беренсегә ҡулына аласаҡ, икенсенән, сабыйының байрам көнөндә донъяға килеүе хөрмәтенә бәхетле әсәне бала тыуҙырыу йортонан тантаналы рәүештә сығарыу ойошторолоуы ла көтөлмәгәнсәрәк булды.

Мораҡ үҙәк район дауаханаһының бала табыу йорто янынан үткәндә һәр саҡ күңелде һүҙҙәр менән генә әйтеп бирә алмаҫлыҡ хис-тойғолар ҡойоно биләп ала. Нәҡ ошо йортта күпме сабый үҙенең был донъяға тыуғаны тураһында белдереп беренсегә ауаз бирә һәм ғәзиз әсәһенең күңеленә ғүмерлеккә йылы наҙ яға, нәҡ ошо бина буҫағаһында атайҙар дүрт күҙ менән көтөп алған бәләкәс нур йомғағын тәүге тапҡыр ҡәҙерләп ҡулына ала.

Бына атай булыу бәхетен өсөнсөгә татыған Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күгәрсен район бүлегендә 2016 йылдан водитель булып эшләүсе Ирек Ғизәтуллин да һөйөклөләрен ҙур тулҡынланыу менән көттө. Тулҡынланмаҫлыҡмы ни, беренсенән, ул яңыраҡ тыуған ҡыҙын беренсегә ҡулына аласаҡ, икенсенән, сабыйының байрам көнөндә донъяға килеүе хөрмәтенә бәхетле әсәне бала тыуҙырыу йортонан тантаналы рәүештә сығарыу ойошторолоуы ла көтөлмәгәнсәрәк булды.

Гөлсинә менән Ирек Ғизәтуллиндарҙы Мораҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рөстәм Хөсәйенов оло ҡыуаныстары менән ихлас тәбрикләп, өс тағандай өс бәләкәстәрен һау-сәләмәт үҫтереүҙәрен, киләсәктә дауаханаға ауырып түгел, ә шатлыҡлы сәбәптәр буйынса ғына килеүҙәрен теләне. Урындағы ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Сафина, нисәмә йөҙләгән балаға кендек әбейе булған тәжрибәле акушер Гөлзада Нуретдинова йәш ғаиләгә матур теләктәрен еткерҙе. Сабыйҙарына бүләккә йәйге комплект, республика башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау открыткаһын алып та ҡыуанды ата-әсә.

- Беренсеһен Өфөлә, икенсеһен Бөрйәндә тыуҙырғайным, өсөнсөһөн табырға Мораҡ дауаханаһын һайлап һис яңылышмағанмын. Юғары кимәлдә хеҙмәтләндерҙеләр, сабый өсөн дә, әсә кеше өсөн дә йән атып тороусы үтә лә яуаплы, изгелекле кешеләр булып сыҡты бында эшләүселәр, - тип тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты Гөлсинә Урал ҡыҙы. – Сабыйыбыҙ ҙа Балаларҙы яҡлау көнө алдынан һәм изге Рамаҙан айында тыуып сикһеҙ һөйөндөрҙө.

Ғизәтуллиндар үҙҙәре Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан. Гөлсинә балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй, ә әрме сафынан һуң БДУ-ның филология бүлеген тамамларға өлгөргән Ирек 2011 йылдан бирле полиция өлкәһендә. Изге күңелле, бала йәнле икәнлектәре йәштәрҙең алсаҡ йөҙҙәренән үк билдәле. Һөйөклө әсәһен һәм һылыуын ҡаршы алырға килеүсе 5 йәшлек Илгинә, 3 йәшлек Инсаф та шат йөҙлө, теремек балалар. Хәстәрлекле ир, ғаилә башлығының эш урыны Мораҡ ауылында булғас, киләсәктә матур ғаиләнең беҙҙең районға килеп төпләнеүе лә бик ихтимал. Ғизәтуллиндар кеүек татыуҙар, бәхетлеләр, алсаҡтар күберәк булһа, Мораҡ ауылына тағы ла йәм өҫтәлер ине!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: