Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса республикала байтаҡ мөһим эштәр башҡарыласаҡ. Мәҫәлән, уртаса ғүмер оҙайлығын – 78, ә көтөлгән сәләмәт йәшәү оҙайлығын 67 йәшкә тиклем еткереү бурысы ҡуйыла.
Сабыйҙар үлемен 1000 кешегә иҫәпләгәндә 4,7-гә тиклем кәметеү ҡарала. Был мөһим эштәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса ҙур саралар планлаштырылған. Алғы планда – тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен кәметеү маҡсатында республика кардиология үҙәгенең өр-яңы хирургия корпусы төҙөләсәк, юғары технологиялы медицина ҡорамалдары файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Онкология сирҙәре менән көрәш буйынса ҙур программа әҙерләнгән, кадрҙар менән тулыландырыу, республиканың медицина учреждениеларында ауырыуҙар өсөн 13 бүлексә булдырыу, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе юлға һалыу буйынса эш башланды.