Еңел булмаған, үтә лә тынғыһыҙ фельдшер һөнәренә тоғро ҡалыусылар... Тәүлектең һәр минуты, һәр секундында кешегә ярҙамға ашығырға әҙерҙәр. Йәндәрен аямайынса халыҡтың һаулығы һағында тороу менән әүҙем йәмәғәт тормошо алып барырға ла өлгөрәләр, өҫтәүенә хәстәрлекле ҡатындар, өлгөлө әсәләр... Иң мөһиме - бер ниндәй һынау алдында ҡаушап ҡалмаҫ ҡыйыу йөрәкле һөнәрмәндәр.
Тап ана шундайҙар көс һынашты ла инде үткән аҙнала район үҙәк дауаханаһында уҙғарылған “Райондың иң яҡшы фельдшеры” бәйгеһендә.
Иң тәүҙә конкурсанттар үҙҙәре менән яҡындан таныштырып, был изге һөнәрҙе һайлауға ниҙәр этәргәне, хеҙмәт һәм тормош юлдары хаҡында һөйләп үтте. Һәр ҡайһының сығышы сағыу, йөкмәткеле булып, белгестәрҙең фельдшер һәм кеше булараҡ шәхси үҙенсәлеген асып бирҙе. Аралбай фельдшер-акушерлыҡ пунктында тиҫтә йылдан артыҡ эшләп, Леоновка утары һәм ике ауылдан бөтәһе 194 кешене хеҙмәтләндереүсе Рита Аҡкилдина, бар ғүмерен был изге һөнәргә бағышлаусы Мораҙым ауылы фельдшеры Вәзирә Ҡотлогилдина, рухы менән ысын башҡорт һылыуы булған Назаркин ауылы ФАП-ында эшләүсе Юлиә Ишшарина, 30 йыл ғүмере ошо өлкәлә намыҫлы хеҙмәттә үткән, биш ауыл халҡын хеҙмәтләндереүсе Ибрай ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшсәне Зимфира Бүкәнбаева, баҫмабыҙ дуҫтарына өлгөлө күп балалы әсә һәм киң күңелле аҡ халатлы булараҡ яҡшы таныш Исем ауыл-табип амбулаторияһы етәксеһе Рәзилә Байғазакова, Аҡъярҙа тыуып-үҫеп, Воскресенк ауылын ғүмерлеккә йән төбәге иткән алсаҡ йөҙлө Ольга Чепенко, дүрт бала тәрбиәләүсе, әсәһе эшен дауам иттереүсе Түбәнге Бикҡужа ауылы фельдшеры Лилиә Ғилманова... Етеһе ете төрлө булһа ла, уларҙың етеһен дә бер үк бурыстар, бер үк маҡсаттар берләштерә. Халыҡты тейешле кимәлдә хеҙмәтләндереү өсөн йылдар дауамында тәжрибә туплау менән бергә һөнәри яҡтан үҫешеү, камиллашыу – мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. Нәҡ артабан үткәрелгән
имтихандар – тәүҙә теоретик һорауҙарға яуап биреп, аҙаҡ белемдәрен практикала нисек ҡулланыуын күрһәтеү – фельдшерҙарҙың һөнәри кимәлен тикшереүгә йүнәлтелгән ине. Тиҙ арала хәл итеүҙе талап итеүсе хәл-ваҡиғала (мәҫәлән, ҡан ағыу осрағында, йөрәккә приступ булғанда, ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелгәндә ауырыуҙы нисек үлемдән ҡотҡарырға) фельдшерҙың дөрөҫ хәрәкәт итә алыу-алмауын билдәләүгә ҡоролған һынауҙар нәҡ аҡ халатлыларҙың үҙ эшен түп-түңәрәк “5”кә белеүҙәрен, һөнәри кимәлдә ысын оҫталар икәнлеген иҫбатланы.
Бынан тыш, һөнәрмәндәрҙең кулинария буйынса ла һәләтле икәнлектәре, йыр-бейеүгә маһир булыуҙары асыҡланды. Ҡыҫҡаһы, етегәндәй ете йондоҙ кеүек балҡып-янған гүзәл заттар үҙҙәрен һәр яҡлап көслө итеп күрһәтте, ауылдарҙа төплө белемле, тәжрибәле фельдшерҙар эшләүенә беҙҙе йәнә бер ҡат төшөндөрҙө. Әммә бәйге бәйге инде, еңеүселәр һәм еңелеүселәр була, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Мөҙәрис Хәбибуллин етәкселегендәге жюри комиссияһы баһалауы буйынса 3-сө урынға Юлиә Ишшарина, 2-се урынға Рәзилә Байғазакова сыҡты, ә лайыҡлы 1-се урынды Ольга Чепенко яуланы. Бәйгене алып барыусы, практик өлөштә маникен ролен уйнаусы Лариса Баваддинова һәм моңло тауышы менән әсир итеүсе Светлана Ибраһимовалар ҙа сараға йәм өҫтәне.