Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Май 2019, 11:37

Шәфҡәтле һөнәр эйәһе

Ауылда уны балалар “врач апай” тиһә, инәй-олатайҙар өсөн ул – “духтыр”. Һапаш ауылы фельдшеры Илүзә Хисмәтулла ҡыҙы Инсеғолова бала саҡтан табип булырға хыяллана. Хыялы ла ниндәйҙер алһыу төҫтәр менән сырмалған ынтылыштан түгел, ә әсәһе ауырып вафат булыуҙан. Бәләкәй генә ҡыҙыҡайҙы әсәһен юғалтыу ныҡ тетрәндерә, башҡа балаларҙың әсәләре ауырымаһын, китмәһен өсөн табип булырға ҡарар итә

Ауылда уны балалар “врач апай” тиһә, инәй-олатайҙар өсөн ул – “духтыр”. Һапаш ауылы фельдшеры Илүзә Хисмәтулла ҡыҙы Инсеғолова бала саҡтан табип булырға хыяллана. Хыялы ла ниндәйҙер алһыу төҫтәр менән сырмалған ынтылыштан түгел, ә әсәһе ауырып вафат булыуҙан. Бәләкәй генә ҡыҙыҡайҙы әсәһен юғалтыу ныҡ тетрәндерә, башҡа балаларҙың әсәләре ауырымаһын, китмәһен өсөн табип булырға ҡарар итә:

- Бәләкәйҙән таяҡтан “үкел” эшләп, уйынсыҡтарыбыҙҙы “дауалап”, “врач апай” булып уйнап үҫтек, әсәйем мәрхүмә булғас, ошо уйын теләккә әүерелде, табип булып, сирлеләрҙе шәбәйткем килде. Мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина колледжына уҡырға индем. Ҡулыма диплом алып, йүнәлтмә буйынса Хоҙайбирҙин ауылына эшкә килдем. Тормош иптәшем Илгиз менән шул йылда танышып, өйләнештек. Унан Ялсыға күсерҙеләр, шунан инде бында дауам иттем. Һапашта эшләүемә быйыл апрелдә 35 йыл булып китте.

Ғаилә тотҡаһы ныҡ булғанда ғына эшендә лә уңалыр кеше. Быны Илүзә апай миҫалында ғына ла күреп була: тормош иптәшенә яғымлы ҡатын, балаларына ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсә ул. Ҙур ҡыҙы Альбина ла уның юлынан киткән – шәфҡәт туташы һөнәрен һайлаған, ғаиләһе менән Ермолаевола тора, ике бала әсәһе. Кейәүе Фәнүр иһә ҡайныһы һымаҡ водитель һөнәрен үҙләштергән. Улы Альберт та өйләнгән, улар ҙа Күмертауҙа йәшәй, атаһы һымаҡ ул да “тимер атты” ауыҙлыҡлаған, уның менән бергә Себер тарафтарында эшләй, кинйәбикәләре Земфира ла быйыл юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алырға тора.

- Шөкөр, бер урында эшләп, ҡартайып, өләсәй, ҡәртәсәй ҙә булынды. – Илүзә Хисмәтулла ҡыҙы ауыл халҡын яҡшы белә, улар ҙа уға өйрәнгән. - Әсәләре менән балалар йортонан ҡаршы алған сабыйҙарым хәҙер үҙҙәре атай-әсәй булып бөттөләр. Ҡырҙан килгәндәрҙе генә өйрәнәбеҙ, ауыл халҡының кемеһе нимә менән сирләгәнен, ҡайһы ере ауыртҡанын белеп торам. - Мәктәп, ауыл биләмәһе хакимиәте менән дә тығыҙ эшләй ФАП, йыш ҡына төрлө темаларға (башлыса миҙгел эпидемияларына) арналған лекциялар уҡып, әңгәмәләр ойошторалар.

- Көҙгөһөн – сысҡан биҙгәге, ҡышҡыһын – киҙеү, яҙғыһын – талпан, ҡотороу сирҙәренән һаҡланыу сараларын аңлатабыҙ, йыйылыштарҙа сығыш яһайбыҙ, прививкаларҙы ваҡытында яһатырға өндәйбеҙ, һаулығыбыҙға иғтибарлы булыр саҡырабыҙ.

Һуңғы йылдарҙа ҡан баҫымы күтәрелеүе, йөрәк сирҙәре, яман шеш кеүек ауырыуҙар артып китте. Беҙҙең ауылда ғына алты кеше иҫәптә тора. Етәү ине, береһе мәрхүм булды. Экологиянан да торалыр тигән булһаҡ та, беҙҙең тирә әллә ни насар урын түгел. Кеше бер осор үҙенең һаулығына иғтибарһыҙыраҡ булып китте бит, ауылда ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа эскеләне, ана шул нәмә арҡаһында сиргә һабыштылар. Башлыса яңғыҙаҡтар бирешә ауырыуға. Парлы булып йәшәһәләр, тормошҡа ынтылыштары ла булыр ине. Ололарҙың, ярар инде, һуғыш йылдарында күргән аслыҡ, яланғаслыҡ арҡаһында һаулыҡтары ҡаҡшаған, - ти Илүзә Хисмәтулла ҡыҙы әсәнеп. - Һаулығың – байлығың тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит, күп нәмә кешенең үҙенән тора, сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлы булһаҡ икән.

Һапаш бәләкәй генә ауыл булһа ла, йәштәр ҙә төпләнеп тора бында, сабыйҙар ҙа байтаҡ:

- Ауылыбыҙға йыл да бәпәй ҡайтып тора, ауырлы ҡатындарҙан өҙөлгәнебеҙ юҡ, тимәк, киләсәгебеҙ бар, ышаныслы тип әйтә алабыҙ. Эш юҡ тип ситкә киткән йәштәр ҙә бар, ауылда ҡалып донъя көтөргә тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Балалар баҡсаһы ла гөрләп тора, мәктәптә лә балалар күп. –Мәрхәмәтле, шәфҡәтле, изге күңелле фельдшер Илүзә апай үҙе килен булып төшкән, балалар үҫтергән Һапаш ауылы халҡының һаулығы һағында ысын мәғәнәһендә тоғро һаҡсы булып хеҙмәт итә.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Автор фотоһы.


Читайте нас: