Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
20 Май 2019, 18:30

Милли проект: шарттар шәп булырға тейеш

Республиканың һаулыҡ һаулыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин әйтеүенсә, төбәктә тыуым кимәле түбәнәйеүҙең төп сәбәптәре булып аҙ балалы ғаилә моделенә күсеү, йәш структураһының насарайыуы торһа, һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫеш кимәле, атап әйткәндә, бала тыуғанда ярҙам күрһәтеү хеҙмәтенең сифаты ла был ғәмәлгә ҙур йоғонто яһай.

Ведомство етәксеһе белдереүенсә, “Балалар һаулығын һаҡлау тармағын үҫтереү” төбәк проекты буйынса республикабыҙҙың балалар поликлиникаларында һәм бала табыуға ярҙам итеү учреждениеларында матди-техник базаны нығытыу, капиталь ремонт яһау ҡаралған. Туймазы, Дүртөйлө ҡалаларында яңы поликлиникалар төҙөләсәк, Республика балалар клиник дауаханаһы биналарында капиталь ремонт яһаласаҡ шулай уҡ, был учреждение базаһында Балалар онкологияһы үҙәге төҙөү планлаштырыла.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа яһаған Мөрәжәғәтнамәһендә 2020 йылға тиклем медицина ярҙамы менән илдең барлыҡ тораҡ пункттарында йәшәгәндәр ҙә ҡуллана алырға, дәүләтебеҙҙә ике генә булһа ла донъя кимәлендәге балалар реабилитация үҙәктәре төҙөлөргә тейеш, тип белдергәйне.

Шулай уҡ, быйыл ғинуарҙан ғәмәлгә ингән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ла тармаҡ үҫешенең һигеҙ йүнәлешен үҙ эсенә алған, шул иҫәптән, беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыуҙы һәм балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын үҫтереүҙе лә.

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан

#ВладимирПутин
Читайте нас: