Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Май 2019, 13:26

Табиптарға - бер миллион һум

Табиптарға - бер миллион һумБашҡортостан табиптарына бер миллион һум компенсация түләнә.Был туралағы документҡа Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы (7 майҙағы 278-се ҡарар).

Табиптарға - бер миллион һум
Башҡортостан табиптарына бер миллион һум компенсация түләнә.
Был туралағы документҡа Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы (7 майҙағы 278-се ҡарар).
Һүҙ ауылға, ҡасабаға йә халҡы 50 меңгә тиклемге ҡалаға эшкә килгән табиптар тураһында бара. Уларҙың 50 йәшкә тиклем булыуы һәм үрҙә һаналған тораҡ пункттарға 2012 йылдан һуң барыуы шарт.
Әйткәндәй, ҡарарға ярашлы, йыл буйынса аныҡлабыраҡ киткәндә, 2012 - 2014 йылдарҙа барған 35 йәшкәсә медицина хеҙмәткәрҙәре, 2015 йылда 45 йәшкә тиклемгеләр, 2016 йылдан һуң 50 йәшкә тиклемгеләр компенсацияға дәғүә итә ала.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: