Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
30 Апрель 2019, 17:24

Балалар поликлиникаһына ремонт яһаласаҡ

Ағымдағы йылда район үҙәгендәге балалар поликлиникаһына капиталь ремонт яһау күҙаллана.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә әлеге мәлдә 7 табип (Йомағужа участка дауаханаһына ваҡытлыса икәү) һәм Мәҡсүт ауыл табип амбулаторияһына, Ҡасҡын, Ураҡай, Багдашкин, Ишбирҙе, Кузьминовка, Нуҡай, Күгәрсен фельдшер-акушерлыҡ пункттарына 9 фельдшер талап ителә. Шулай уҡ Мәҡсүт һәм Йомағужала урта медицина персоналы кәрәк. Арҙат, Ҡасҡын, Кузьминовка, Волостновка ФАП-тарына капиталь ремонт үткәреү мәсьәләһе лә көнүҙәк булып ҡала. Ағымдағы йылда район үҙәгендәге балалар поликлиникаһына капиталь ремонт яһау күҙаллана. Теләүембәт һәм Юлдыбай ФАП-тарына ремонт эшләүгә проект-смета документары әҙерләнгән.