Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
29 Март 2019, 13:33

Туберкулез. Уның хаҡында нимә белергә кәрәк

Туберкулез – инфекция ауырыуы, туберкулездыбарлыҡҡа килтереүсе микробтарҙың 90 проценты кеше организмына тын алыуоргандары аша эләгә. Ауырыуҙы сирләүсе кеше менән аралашҡанда, ул тотонғанәйберҙәрҙе ҡулланғанда йоҡторорға мөмкин. Ауырыған кеше йүткергәндә микробтар тирә-яҡтағыпредметтарға эләгә һәм ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙҙәренең йәшәүгә яраҡлылығынюғалтмай. Ана шул зарарлы матдәләр булған һауа менән тын алғанда, кеше туберкулезменән зарарлана.

Туберкулез – инфекция ауырыуы, туберкулезды барлыҡҡа килтереүсе микробтарҙың 90 проценты кеше организмына тын алыу органдары аша эләгә. Ауырыуҙы сирләүсе кеше менән аралашҡанда, ул тотонған әйберҙәрҙе ҡулланғанда йоҡторорға мөмкин. Ауырыған кеше йүткергәндә микробтар тирә-яҡтағы предметтарға эләгә һәм ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙҙәренең йәшәүгә яраҡлылығын юғалтмай. Ана шул зарарлы матдәләр булған һауа менән тын алғанда, кеше туберкулез менән зарарлана. Иммунитеттары көслө булған кешеләрҙә сир артыҡ үҫешә алмай. Туберкулезға ҡаршы яһалма иммунитет та бар, уны бала организмына БЦЖ вакцинаһын индереп, булдыралар.
Әгәр кеше йыш ҡына бер төрлө ашаһа, тәмәке тартһа, алкоголь менән артыҡ мауыҡһа, хроник сирҙәре булһа, уның организмы инфекцияға ҡаршы тора алмай һәм туберкулез менән ауырып китә. Сирлеләрҙең 27 процентында оҙайлы ваҡыт ауырыу бер ниндәй билдәләрһеҙ үтә. Ә организмдары ауырыуға тиҙ бирешеп барыусыларҙың хәле бөтә, төндә ныҡ тирләтә, тән температураһы 37,5-кә тиклем күтәрелә, аппетит булмай, йүткереү барлыҡҡа килә. Күптәр ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итмәй, үҙҙәре дауаланып маташа һәм ауырыуҙың тағы киҫкенләшеп китеүенә булышлыҡ итә. Флюроография - туберкулезды диагностикалауҙың иң төп ысулы. Флюроография ярҙамында яман һәм яман булмаған шеш, киста, йөрәк һәм һөлдә патологияһы, үпкә яман шешен һәм башҡа ауырыуҙарҙы асыҡларға мөмкин. Мораҡ үҙәк район дауаханаһында милли проект сиктәрендә, Йомағужа ауыл участка дауаханаһында флюорография аппараттары урынлаштырылған. 15 йәштән алып йыл һайын флюорография үтеү мотлаҡ. Халыҡты күберәк йәлеп итер өсөн йыл һайын күсмә флюорография эшләй.
2017 йылда 17 478 кеше тикшереү үтте (2285 кеше күсмә аппарат менән), 5 кешелә - туберкулез, 4 кешелә - үпкә яман шеше, 3 кешелә – яман булмаған шеш, 12 кешелә эхинококлы киста табылды.
2018 йылда 16 618 кеше флюорография үтте (2295-е – күсмә аппаратта), 3 кешелә - туберкулез, 2 кешелә – үпкә яман шеше, 1 кешелә - яман булмаған шеш табылды. Ваҡытында башланған дауа ауырыуҙы тулыһынса еңеүгә алып килә. Бына нимә өсөн профилактик медицина тикшереүҙәренән баш тартмаҫҡа кәрәк. Әгәр һеҙгә флюорогарфия үтергә ҡушҡандар икән, тимәк дәүләт һеҙҙең һаулыҡ хаҡында хәстәрлек күрә. Был тәҡдимдән бер ваҡытта ла баш тартмағыҙ, һаулыҡ барыбыҙҙың да именлегенә бәйле бит.

З.ИЛҒЫУАТОВА, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы рентгенологы.
Читайте нас: