Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Февраль 2019, 23:25

Һаулыҡ үҙебеҙҙең ҡулда

Алкоголь – бөтә кешелектең дошманы. Тәүҙә спиртлы эсемлектәрҙе әҙләп кенә ҡабул иткәндә берәү ҙә үҙен алкоголик булып китермен тип уйламай. Әммә барлы-юҡлы сәбәптәр арҡаһында, байрам һәм байрам булмаған көндәрҙә лә “байрам” итеү йышая бара һәм кеше үҙенең нисек ундай тормошҡа аяҡ баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡала.

Алкоголь – бөтә кешелектең дошманы. Тәүҙә спиртлы эсемлектәрҙе әҙләп кенә ҡабул иткәндә берәү ҙә үҙен алкоголик булып китермен тип уйламай. Әммә барлы-юҡлы сәбәптәр арҡаһында, байрам һәм байрам булмаған көндәрҙә лә “байрам” итеү йышая бара һәм кеше үҙенең нисек ундай тормошҡа аяҡ баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡала.
Һуңғы йылдарҙа халыҡ күпләп алкоголдең суррогатын ҡуллана башланы. Эскән кешенең береһе лә суррогаттың организмға ниндәй зыян килтереүе һәм уның һөҙөмтәләре тураһында уйлап та бирмәй. Алкоголь менән артыҡ мауығыусылар араһында боярышник һәм башҡа составында сирт булған төнәтмәләр айырыуса популяр.
Суррогатты күпләп һатыусыларҙың күп булыуына легаль булмаған алкоголде һатыуҙы тыйыусы яуаплы кешеләрҙең, ведомство һәм хеҙмәттәрҙең, йәмәғәт ойошмаларының контроле етерлек кимәлдә булмауынан, етмәүенән дә тора. Һәр ауылда ундай “ҡырын эш” менән кемдәрҙең шөғөлләнеүен белеп торалар, әммә йә күрмәҫкә тырышалар, йә улар менән бәйләнеп торғолары килмәй. Ә һөҙөмтәләр ҡыҙғаныс, күпме яҙмыштар боҙолған, күпме кеше кире әйләнеп ҡайта алмаҫлыҡ ерҙәргә киткән һәм күпме бала ата-әсәйһеҙ тороп ҡалған. Ә шул ағыу һатыусылар – уны таратыусыларҙың береһе лә үҙҙәренең ниндәй гонаһ, ниндәй енәйәт эшләүе тураһында уйлап та бирмәй. Ә һатыуға килгән сираттағы партияла 50 мг.-мы кешене һуҡыр итә алыусы, 100 грамы кешене үлтереүсе метил спирты булмауына кем гарантия бирә ала.
Халыҡтың алкоголләшеү проблемаһы имен булмаған факторҙарҙың береһе булып ҡала килә һәм район халҡының, айырыуса йәш быуындың һаулығында сағыла.
Кем алкоголдән үҙ аллы баш тарта алмай, табип-наркологҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙебеҙҙең һаулыҡ үҙебеҙҙең ҡулда, шуны онотмайыҡ!
*2018 йылда алкоголдән ағыуланыусы 302 пациентҡа стационар ярҙам күрһәтелде, 2019 йылдың 1,5 айында – 28 кешегә.
*2018 йылда алкоголде күп ҡулланыуҙан шәбәйә алмайынса тиҙ ярҙам хеҙмәтенә 254 кеше мөрәжәғәт итте, 2019 йылда – 41 кеше.
*2018 йылда суррогат алкоголь ҡулланыуҙан алкоголь кома хәлендәге 29 пациентҡа реанимация бүлегендә ярҙам күрһәтелде, ағымдағы йылдың 1,5 айында ошондай уҡ хәлдәге 5 пациент дауаханаға эләкте. 2018 йылда уларҙың 3-әүһе вафат булды, 2019 йылда 2-әүһе үлде.
*2018 йылда спиртлы эсемлектәрҙе күп ҡулланыуҙан 10 үлем осрағы теркәлде.
Суицидҡа килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе - спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауығыу, районда теркәлгән 11 суицидтың яртыһы иҫерек килеш ҡылынған.

Мөҙәрис ХӘБИБУЛЛИН, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табип-наркологы.
Читайте нас: