Һуңғы йылдарҙа яман шеш ауырыуына дусар булыусылар бермә-бер артты. Исеменән үк күренеп тороуынса, үтә лә яман сирҙәрҙең береһе ул, бер кемде лә аямай - йәше-ҡартына, йәшәү рәүешенә, шөғөлөнә ҡарамай уға һәр кем тарырға мөмкин. Унан ҡотолоуҙың иң һөҙөмтәле юлы – мөмкин тиклем иртә асыҡлау һәм профилактикалау. Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө булараҡ билдәләнгән Мораҡ үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы уҙғарған “Асыҡ ишектәр көнө”нөң дә төп маҡсаты – сирҙе алдан иҫкәртеү һәм профилактикалау, халыҡҡа уның хаҡында төплө мәғлүмәт еткереү ине.
Сара поликлиниканың ишек төбөнән үк башланды тиергә лә була – теләге булған һәр кем фойела уҡ шәфҡәт туташтары Надежда Һөйәрғолова менән Ханзаза Рәджәбова ярҙамында ҡан баҫымын үлсәтә һәм анкета тултыра алды. Ҡан баҫымы юғары булғандар, анкета буйынса хәүеф төркөмөнә ингәндәр шунда уҡ табиптарға йүнәлтелде. Регистратура янындағы экранда ауыр сирҙән һаҡланыу буйынса слайдтар күрһәтелде, фойела төрлө мәғлүмәттәр тупланған күргәҙмәләр эшләне.
Табип-онколог Алексей Лысов көн дауамында пациенттарҙы йүнәлтмәһеҙ һәм алдан яҙылыуһыҙ ҡабул итте. Әйткәндәй, тәжрибәле табипҡа үҙ һөнәренән тыш, кәрәк саҡта психолог та булырға тура килә. Сөнки күптәр яман шеш диагнозын күҙаллау менән юғалып ҡала, бына шул ваҡытта уға сирлеләргә ҡарата йылы һүҙҙәр табырға, кәрәк икән йыуатырғала, хәлдең ҡотолғоһоҙ түгел икәнлеген ентекле аңлатырға ла тура килә.
Ошо уҡ көндө онколог Алексей Лысов менән терапевт Лариса Баваддинова поликлинкала уҙғарған лекцияла, шулай уҡ Күгәрсен телевидениеһы ойошторған тура эфирҙа яман шеште иҫкәртеү, мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау, тейешле дауа алыу хаҡында һүҙ барҙы.
Табиптар билдәүенсә, беҙҙең районда яман шеш менән ауырыусылар һаны арта бара, беҙ хатта дөйөм республика күрһәткестәренән алда барабыҙ. 2017 йылда 82 кешелә рак барлығы асыҡланһа, уҙған йылда 104 кеше тәүге тапҡыр иҫәпкә алынған. Иң беренсе урында түш яман шеше торһа, икенсе урында – үпкә, өсөнсө урында – йыуан эсәк яман шеше. Дөйөм алғанда, барлығы 500-ҙән ашыу кеше иҫәптә тора.
Лариса Мәҙәмин ҡыҙы әйтеүенсә, халыҡты яман шештән аралау маҡсатында башҡарылған сараларға үҙәк дарыухана хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған. Табиптар төркөмө ошо көндәрҙә Йомағужалағы “Наҙгөл” социаль приютында булған һәм хеҙмәткәрҙәргә был юҫыҡта аңлатыу эштәре алып барған, тикшеренеү уҙғарған.
Анатолий КАЗАКОВ фотолары.