Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
30 Ғинуар 2019, 13:35

Фәрештәгә тиң аҡ халатлы

“Ҡар ҡыҙылай көлгән”... тип башланған, фәҡәт шәфҡәт туташтарына бағышланған йыр яңғыраһа, нишләптер, күҙ алдына алсаҡлығы менән арбаусы Исем ауыл-табип амбулаторияһы фельдшеры һәм мөдире Рәзилә Байғазакова килеп баҫа. Ауыл халҡы өсөн фельдшер үҙе үк табип, шәфҡәт туташы, ашығыс ярҙам хеҙмәткәре, халыҡтың уң ҡулы, күп ваҡытта кешене үлем тырнағынан йолоп алып ҡалыу һәләтенә эйә ысын фәрештә бит инде. Рәзилә Дәүләтбай ҡыҙы ла, бына хәҙер 23 йыл дауамында тәүлектең һәр минутында халыҡтың һаулығы һағында уяу торған намыҫлы эшсән.

“Ҡар ҡыҙылай көлгән”... тип башланған, фәҡәт шәфҡәт туташтарына бағышланған йыр яңғыраһа, нишләптер, күҙ алдына алсаҡлығы менән арбаусы Исем ауыл-табип амбулаторияһы фельдшеры һәм мөдире Рәзилә Байғазакова килеп баҫа. Ауыл халҡы өсөн фельдшер үҙе үк табип, шәфҡәт туташы, ашығыс ярҙам хеҙмәткәре, халыҡтың уң ҡулы, күп ваҡытта кешене үлем тырнағынан йолоп алып ҡалыу һәләтенә эйә ысын фәрештә бит инде. Рәзилә Дәүләтбай ҡыҙы ла, бына хәҙер 23 йыл дауамында тәүлектең һәр минутында халыҡтың һаулығы һағында уяу торған намыҫлы эшсән.
Тамырҙары менән ул район үҙәгенән. Мораҡ 2-се урта мәктәбендә (хәҙерге Мораҡ башҡорт гимназияһы) уҡыған сағында уҡ киләсәктә медицина юлын һайларға ҡарар итә. Был изге һөнәргә ихтирам хисе уға бала саҡтан әсәһе аша бирелә, ғәзиз кешеһе – Килсенбаева Рәмзиә Яҡуп ҡыҙы оҙаҡ йылдар район үҙәк дауаханаһы күҙ кабинетында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Мәктәптән һуң маҡсатын бойомға ашырыу хыялы менән Рәзилә Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. 1995 йылда уны уңышлы тамамлап, оло хеҙмәт юлын Сапыҡ ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында башлай. 1996 йылда Исем ауылы егетенә кейәүгә сыҡҡас та, ярты йылдай был ауылға йөрөп эшләй. Аҙаҡ килен булып төшкән ауылында амбулаторияға эшкә сыға.
Исем – ҙур ауыл, бында 722 кеше йәшәй, 1 йәшкә тиклемге 8 сабый, 18 йәшкә тиклемге 210 бала һәм үҫмер бар. Амбулаторияла халыҡты 7 кешенән торған коллектив хеҙмәтләндерә, унда бар ыңғай шарттар тыуҙырылған, йылы. Ауырыуҙар көндөҙгө стационарға йөрөп дауаланыу курстары үтә, теш табибынан да кеше һис өҙөлмәй. Ә фельдшер эш урынында халыҡты ҡабул иткәндән тыш, ниндәй генә ваҡытта шылтыратһалар, мөрәжәғәт итһәләр ҙә – ул йәшенә лә, ҡартына ла ярҙамға ашыға. 1 йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы, халыҡтың диспансеризация үтеү-үтмәүен, тейешле прививкаларын эшләтеүҙәрен күҙәтеү аҫтында тотоу, өйҙә ятып ауырыған өлкәндәрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү кеүек бихисап бурыстарға ҡағыҙ эше, отчеттары өйөлә, һәм дә коллегалары өсөн яуаплылыҡ та өҫтәлә. Республиканың яңы башлығы ла ябай ауыл халҡының хәлен еңеләйтеү маҡсатында фельдшерҙар иңенә өҫтәмә бурыс йөкмәтте. Хәҙер фельдшер эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асып, дауалау курсын тәғәйенләргә һәм дарыуҙарға рецепт яҙырға хоҡуҡлы.
Исем ауыл-табип амбулаторияһы ҡарамағына Санъяп, Яңауыл, Ишбирҙе, Сапыҡ, Ҡасҡын, Сирбай, Моҡас – бөтәһе 7 фельдешер-акушерлыҡ пункты беркетелгән. Шунлыҡтан, Исем ауыл-табип амбулаторияһы мөдире уларҙың эшмәкәрлеге өсөн дә яуап бирә. Коллегалары ауырып китеп, йәки башҡа мөһим сәбәптәр менән хеҙмәт урынында булмаған осраҡта шул ауылдарға сығып күсмә медицина ярҙамы күрһәтергә тура килә, өҫтәүенә Ишбирҙе ауылында фельдшер юҡ, ундағы халыҡты хеҙмәтләндереү бурысы ла Рәзилә Дәүләтбай ҡыҙы алдында тора. Дөйөм алғанда, йәмғеһе участкала 2 мең 344 кеше иҫәпләнә, 554-һе - 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр, 1 йәшкә тиклемгеләр - 21, 2 йөклө ҡатын бар...
Ирекһеҙҙән, медицина хеҙмәткәренең ғаиләһе ниндәйерәк, тынғыһыҙ төп эшенән һуң яҡындарына иғтибар бүлергә ваҡыты ҡаламы һуң тигәнерәк һорауҙар тыуа күңелдә. Рәзилә Дәүләтбай ҡыҙы юғары категориялы фельдшер ғына түгел, изгелекле әсә лә, һөйөклө ҡатын да. Йәшлегендә йәрәшкән икенсе яртыһы Исем мәктәбендә водитель булып эшләгән Азамат Ҡорбанғәле улы, бәхеткә күрә, хәләл ефетенең эшен хөрмәт итеүсе хәстәрлекле ир, балалары өсөн өҙөлөп торған өлгөлө атай, ныҡлы терәк булған ғаилә башлығы. Байғазаковтар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкән улдары – Айнур Башҡортостан дәүләт аграр университетының 4-се курс студенты, икенсеһе – Айҙар ҙа Өфөлә, Башҡорт автотранспорт колледжында белем ала. Ҡыҙҙары – Ләйсән ауыл мәктәбендә 7-се класта, кинйәләре – Айрат 1-се класта уҡый. Киң күңелле, эшһөйәр ата-әсәнән күреп, балалары ла йәмғиәткә файҙа килтерерҙәй кеше булып үҫерҙәр әле. Юҡҡа ғына матур ғаиләнең мөһабәт йортон “Өлгөлө йорт” исеме биҙәмәй. Һәләтле кеше һәр яҡлап һәләтле тигәндәре лә шулдыр: ал-ял белмәгән медицина хеҙмәткәре спорт сараларынан да ситтә ҡалмай, энә һәм ырғаҡ менән бәйләүгә әүәҫ, пластик шешәләрҙе файҙаға ебәреп, уларҙан оло мөғжизә тыуҙырырға ла аптырамай.
- Ныҡлы донъя тотҡаһы булмаһа, эштә лә, йортоңда ла бер яңғыҙыңа һис өлгөрөрлөк түгел, - ти Рәзилә Байғазаҡова. - Эшемдә яуланған ҡаҙаныштарым өсөн дә, ауыл кешеләренең оло рәхмәтен яулауым өсөн дә һәр яҡлап терәк булған тормош иптәшемә, хеҙмәт юлында шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы, күңелһеҙлектәрҙе уртаҡ итеүсе коллегаларыма рәхмәтлемен. Эшемде һәм ауыл халҡын сикһеҙ яратам, беҙҙә изгелекте онотмаған, рәхмәтле була белгән кешеләр генә йәшәй.
Хаҡ әйтелгән һүҙҙәре үк уның изгелекле, киң күңелле икәнлеген асып һала түгелме?!. Тейешле медицина ярҙамы күрһәтеп кенә түгел, мөләйемлеге, ихласлығы һәм яғымлы һүҙе менән дә кешене дауалаусы, тирә-яҡҡа аҡлыҡ-паклыҡ өләшеүсе аҡ халатлы фәрештәнән Исем халҡы ысынлап та уңған шул!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: