Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған Наил Сәғитов алты тиҫтә йылға яҡын ваҡыт арауығында күпме ғүмерҙе ҡотҡарған, нисәмә кешегә яңынан йәшәү, һау-сәләмәт булыу шатлығы бүләк иткән – быныһын инде бары тик Хоҙай ғына белә. Хәйер, күңелендә уға ҡарата рәхмәт тойғолары йөрөтөүселәр сафы бөгөн дә арта бара – сөнки ул һаман да Гиппократ антына тоғро, хеҙмәттәштәре өсөн кәңәшсе, остаз булып ҡала...
21 ғинуарҙа Наил Абдулла улы үҙенең олпат юбилейын – 80 йәшен билдәләне. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Күгәрсен районының почетлы гражданы тигән маҡтаулы исемдәрҙе лайыҡлы йөрөткән алтын ҡуллы хирургты район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, уның кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина, район ветерандар Советы рәйесе Ирек Сафин да килгәйне. Улар юбилярға үҙҙәренең иң изге теләктәрен еткерҙе.
Багдашкин ауылында күп балалы ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килгән Наил Абдулла улына бала саҡтан тормоштоң барлыҡ ауырлыҡтарын татып үҫергә тура килә. Етмәһә, һуғыштың тәүге йылында уҡ атаһы менән ағаһы яу яланында ятып ҡала... Әммә ауырлыҡтар уны һындырмай, киреһенсә, егет тағы ла сәмләнеберәк алға, белемгә ынтыла һәм маҡсатына ирешә.
Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап ҡайтып, район үҙәк дауаханаһында хирург булып эш башлағанда ул бар ғүмерен ошо дауаханаға арнармын тип, бәлки, башына ла килтермәгәндер. Баш табип урынбаҫары, баш табип ( тап ул етәкселек иткән осорҙа ике, өс ҡатлы яңы биналар төҙөлә, матди-техник база яңыртыла), хирургия бүлеге мөдире – кем генә булып эшләмәһен, Наил Абдулла улы һәр ваҡыт үҙен аямай, башкөлләй эшкә сума.
Исеме район һәм республика медицинаһы йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр яҙылған табипҡа беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа иҫәнлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай кешеләргә шатлыҡ өләшеп йәшәргә! Насип булһын!