Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
18 Ғинуар 2019, 14:48

Һаулыҡ һаҡсыһы ул ауыл фельдшеры

Һуңғы яңылыҡтарҙы күҙәтеп барыусылар хәбәрҙарҙыр: республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауылдарҙа фельдшер-акушер пункттарын һаҡлап ҡалыу, уларға ярҙам итеү, белгестәрҙе ауылға йәлеп итеү мәсьәләһен билдәләне. Ысынлап та, фельдшер-акушерлыҡ пункттары ауыл халҡының һаулығы һағында торған берҙән-бер үҙәк. Бигерәк тә район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауылдар өсөн ФАП-тың булыуы мөһим.

Фаягөл Аҡназарова бында өс йыл эшләй. Ошо ауылда тыуып үҫкән ҡыҙ ауыл халҡын да яҡшы белә. Яңыраҡ ҡына үҙе лә тормошҡа сыҡҡан. Ауылда йәштәргә ҡарағанда оло йәштәгеләр күберәк ти ул. Мәҫәлән, унда иҫәптә 263 кеше торһа, шуның 200-ҙән ашыуы оло кеше.
- Инәй-олатайҙар инде даими пациенттар. Ҡан баҫымы күтәрелеп китһә лә, йөрәктәре ҡаҡһа ла, миңә киләләр, йә үҙем барам. Кешегә ҡайсаҡ йылы һүҙ, иғтибар ҙа етә. Ололарҙың ҡан баҫымын үлсәп кенә ҡараһаң да, шәбәйеп киткәндәй булалар (йылмая).
Дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ. Район үҙәгенә барһаҡ, кемгә нимә кәрәк алып ҡайтабыҙ. Үҙәк дауахана табиптарына ла үҙем тура яҙам, шуныһы уңайлы, сират көтөп торорға кәрәкмәй, тәғәйен ваҡытына ғына баралар. Нимәһе көйөндөрә - ауылда йәш ғаиләләр юҡ. Бер генә ауырлы ҡатын иҫәптә тора, бер йәшкә тиклемге бала ла берәү генә,- ти Фаягөл Ҡасим ҡыҙы.
Был нимәнән тип уйлаһығыҙ? Әлбиттә, ауылда эш булмағанлыҡтан. Бөтә кеше лә мал көтөп, баҡса үҫтереп кенә йәшәй алмай. Өйөн һалырға кәрәк, балаларҙы үҫтерергә кәрәк, уҡытырға кәрәк, ғаиләне ҡарарға кәрәк. Бына ошо “кәрәктәр” кәрәген бирә лә инде ауылдарҙың...
Читайте нас: