Мораҙым
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Декабрь 2018, 19:19

Аҡ халаттан тик бөркөлһөн шәфҡәт нуры...

Мораҡ үҙәк район дауаханаһына 90 йыл тулыу уңайынан ҙур сара уҙғарылды.

Мораҡ үҙәк район дауаханаһына 90 йыл тулыу уңайынан ҙур сара уҙғарылды. Был тантаналы көндө дауахана эшсәндәре пациенттарҙы айырыуса байрамса кәйеф менән ҡаршы алды (1 декабрь поликлиникала “Асыҡ ишектәр көнө” тип иғлан ителде). Төшкө 12-гә тиклем теләгән һәр кем онкологияға скрининг тикшереү, ЭКГ, УЗИ үтеү, төрлө анализ биреү, дөйөм ҡан баҫымын һәм күҙ баҫымын тикшертеү, ВИЧ статусын белеү мөмкинлеген алды. Регистратура хеҙмәткәрҙәре, 3 тиҫтәнән артыҡ ошонда намыҫлы хеҙмәт итеүсе Миңзәлә Йәғәфәрова һәм Эльмира Дусалиева кешеләрҙе ихлас ҡаршылап, һәр ҡайһыһына белешмә биреп оҙатты. Хөрмәтле ветерандар – оҙаҡ йылдар район халҡына йән аямай тоғро хеҙмәт иткән Мөхтәр Мозафаров, Наил Сәғитов коллегаларына тәрән ихтирам йөҙөнән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Район үҙәк дауаханаһының хәл-торошо һәм медицина эшсәндәренең хеҙмәте менән байрам уңайынан килгән хөрмәтле ҡунаҡтар – Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы баш табибы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаев, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы баш белгесе Люциә Әхмәтова, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Павел Зырянов һәм күрше Мәләүез, Федоровка, Иҫәнғол райондары һәм Күмертау ҡалаһы дауаханалары баш табиптары танышты.
Ысынлап та, тиҫтә йыл элек булған дауахана менән хәҙергеһе ер менән күк араһы. Төп поликлиника киңәйтелгәс, тикшеренеү үтергә килеүсе халыҡҡа ла ултырып хәл алыу, ял итеү өсөн шарттар булдырылды. 2014 йылда гемодиализ бүлегенең асылыуы медицина эшсәндәре һәм ябай халыҡ өсөн ҙур ҡыуаныс булды.

Лаборатория заманса йыһазландырылған. Физио-терапия бүлегендә лә дауаланыусылар өсөн бар ыңғай шарттар булдырылған. Ҡасандыр хирургия-операция залы урынлашҡан ҙур, яҡты бүлмәлә хәҙер музей урынлашҡан.


Тамсылап йыйылған бай хазинала бар район дауаханаһы тарихы тупланған. Ә тамырҙары уның 20–се быуат башында Хоҙайбирҙин урамында 27-се һанлы йортта урынлашҡан бәләкәс амбулаториянан башлана.

Оҙаҡ йылдар унда фельдшер булып Иванов, 20-се йылдар аҙағында табип булып Галина Васильевна эшләгән. 30-сы йылдарҙа төҙөлгән ағас баракта инфекция бүлеге асылған. 1966-1967 йылдарҙа Мораҡ район дауаханаһы киңәйтелә: бер бинала поликлиника, ә икенсеһендә терапия, гинекология, неврология ауырыуҙары һәм туберкулез менән сирләүселәр өсөн стационар урынлаша. Хирургия бүлеге иҫке ағас бинала ҡала, балалар бүлеге өсөн яңыһы төҙөлә.

1984-1989 йылдарҙа 150 койкаға иҫәпләнгән дауахана һәм поликлиника асыла. Ул ваҡытта, ҙур төҙөлөш объекттарына рөхсәт Мәскәү аша юлланған осорҙа, дауахана төҙөтөүгә КПСС-тың район комитеты 1-се секретары Исмәғил Ғәбитов йөҙөндәге район етәкселеге ҙур көс һала. Музей стендын 50 һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, 24 атҡаҙанған табип һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең фотоһүрәттәре биҙәй.

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев Мораҡ үҙәк район дауаханаһы тарихына туҡталып, аҡ халатлылар араһында оло хөрмәткә лайыҡ шәхестәрҙең байтаҡлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.”Беҙ һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә тиңһеҙ өлөш индергән Сәлиә Мырҙабаева, Рафаэль Яппаров, Урал Аллабирҙин, Вәсилә Ваһапова, Андрей Евсюков кеүек яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ”, - тип, был өлкәлә намыҫлы хеҙмәте менән айырылыусыларға район хакимиәтенең почет грамоталарын тапшырҙы.

Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рөстәм Хөсәйенов әлеге көндә намыҫлы хеҙмәт итеүсе 469 медицина эшсәне һәм 170-тән артыҡ ветеран адресына ҡотлау сәләмен еткереп, дөйөм ҡаҙаныштарҙы һәм борсоған мәсьәләләрҙе телгә алып, данлы хеҙмәт юлында айырылыусыларҙы бүләкләп үтте. “100 йыллыҡҡа, бәлки, кадрҙар мәсьәләһе хәл ителер.

Бөтә өмөт – һеҙҙә, күгәрсенлеләр”, - тине ул. Һаулыҡ һаҡсыларын Күмертау медицина округы табиптары исеменән Олег Астахов ҡотланы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы баш белгесе Люциә Әхмәтова район дауанаһына яңы ашығыс ярҙам автомобиленә сертификат тапшырҙы.

Павел Зырянов медицина эшсәндәренең хоҡуғын яҡлау юҫығында башҡарылған эштәргә байҡау яһап, төрлө йүнәлештә үҙ өлөшөн индергән әүҙемдәрҙе почет грамоталары менән бүләкләне. Район үҙәк дауаханаһын 10 йыл етәкләгән Күмертау психо-неврологик интернаты директоры Ринат Ибраһимов та байрамға буш ҡул менән килмәгән, коллегаларына ҡайнар сәләмен юллап, бүләктәрен тапшырҙы.
Район мәҙәниәт һарайы таланттары әҙерләгән музыкаль бүләк ауыр һәм яуаплы һөнәр эйәләре күңеленә хуш килде. Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар етәкләгән “Гөрләүек” ансамбле башҡарған бейеү һәм Ришат Бәҙретдинов өҙҙөргән гармун көйҙәре йөрәктәргә дәрт ялҡыны бөркһә, Ғәзим Ильясов, Евгения һәм Виталий Усовтар, Нәғим Нуриманов, Мәҙинә Рәхмәтуллина башҡарыуында моңло йырҙар аҡ ҡыштарҙа күңелдәргә яҙ йылыһын бүләк итте. “Ҡыҙыл мәсет” төркөмө йырсылары һәр ваҡыттағыса ялҡынлы сығышы менән арбаны.

Эйе, аҡ халатлыларҙың хеҙмәте күрер күҙгә күренмәҫ мең мәшәҡәттәрҙән, халыҡ һаулығы өсөн көрәштән, шатлыҡ-көйөнөстәрҙән тора. Ауыр хеҙмәт юлдарында шатлыҡ, уңыштары күберәк булһын, үҙҙәре ярҙам ҡулы һуҙған кешеләрҙән тик бурап-бурап аҡ теләктәр менән рәхмәт һүҙҙәре генә яуһын, ә һаулыҡ һағында тороусыларҙың аҡ халаттарынан тик шәфҡәт нуры ғына бөркөлһөн ине!..

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Гөлдәр АБДУЛЛИНА фотолары.
Читайте нас: