Һаулыҡ һаҡлау –республикала төп иғтибар үҙәгендә булған мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Кешенең сәләмәтлеге тәү сиратта уның үҙенән, йәшәү рәүешенән торһа ла, көтмәгәндә-уйламағанда барлыҡҡа килгән сир-сырхауҙарҙы ваҡытында асыҡлау – белгестәрҙән тора.
Йәшерен-батырыны юҡ, ауыл кешеһендә үҙ һаулығын ҡайғыртыу мәҙәниәте әҙерәк түбәнерәк, хатта ауырып китһәк тә, дауахана юлына баҫырға атлығып тормайбыҙ. Һыу буйы теҙелгән сират (хатта электрон яҙылыуға күсһәк тә был күренеш һаман дауам итә), кәрәкле табипҡа ваҡытында эләгә алмау өмөтһөҙлөккә үк һалмаһа ла, биҙҙереп кенә тора. Унан тыш, бөтәһенең дә район үҙәге юлын тапап, сәләмәтлек торошон тикшертеп торорға мөмкинлеге юҡ. Ярай, һуңғы йылдарҙа мотлаҡ медицина тикшереүҙәре, беренсел диспансеризация үткәреү яйға һалынды. Шулай ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тәңгәлдә лә ҡайсаҡ илке-һалҡылыҡ осрап ҡына тора.
Төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтеү маҡсаты менән бынан алты йыл самаһы элек махсус программалар буйынса Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы нигеҙендә модуль ярҙам итеү үҙәген төҙөү ҡарар ҡабул ителә. Маҡсатҡа ярашлы республиканың бер нисә дауаханаһы “КамАЗ” автомобиле базаһында күсмә медицина комплексы ала.
Күсмә модулдәр ҡулланыу тәжрибәһе федераль кимәлдә күптән юғары баһа алған. Заманса аппараттар, ҡорамалдар менән йыһазландырылған күсмә дауахана халыҡҡа ысын мәғәнәһендә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә булышлыҡ итә.
Беҙҙең районға күсмә модуль дауахана ярайһы уҡ йыш килеп тора. Махсус графикка ярашлы, республика дауаханаһы белгестәре төрлө райондарҙа халыҡты ҡабул итә, уларҙың сәләмәтлеген тикшерә.
Сираттағы ҡабул итеү районда 17-19 октябрҙә булды.
Тәүге көндә табиптар төркөмө Мораҡта ҡабул итһә, икенсе, өсөнсө көндә Йомағужала, Мәҡсүттә булды. Беҙ иһә улар менән Йомағужала осраштыҡ.
Йомағужа ауыл-табип дауаханаһы мөдире вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Римма Тәлғәт ҡыҙы Назарова әйтеүенсә, күсмә дауахана белгестәре кәм тигәндә өс айға бер килеп тора.
- Халыҡ өсөн был ысул бик тә ҡулай. Медицина хеҙмәтләндереүенең был төрө ҙур ихтыяж менән файҙалана. Район үҙәге табиптарына яҙылып, сират көтөү талап ителһә, бында иһә ваҡыт менән иҫәпләшмәй, һуңғы пациентҡа тиклем ҡабул итәләр, ҡарайҙар, кәрәк икән беренсел ярҙам да күрһәтәләр. Бөгөн, бер эш көнө эсендә, ҡырҡлаған пациент гинекологта булды, утыҙлағаны узи үтте. Беҙҙең участкала иҫәптә торған бөтә ауырлы ҡатындар узи тикшереүҙәре үтеп, акушер-гинеколог консультацияһын алды. Дөйөм тикшереүҙәрҙән, диагностиканан һуң дауаланыу курстарын яҙалар йә иһә киңерәк тикшереүҙәр үткәреү өсөн башҡа белгестәргә йүнәлтмәләр биреп, пациентҡа уңайлы ваҡытҡа яҙып, республика дауаханаһында көтөп ҡалалар.
Оло йәштәгеләр өсөн дә уңайлы. Кәрәкле документтарыңды тотоп көнөндә килдең дә, үҙеңә кәрәкле белгескә күренеп, дауаланыуға йүнәлтмәһен дә алдың.
Шулай уҡ гастроэнтеролог кеүек белгестәр ҙә килһә, яҡшы булыр ине, - ти Римма Тәлғәт ҡыҙы.
Узи табибы Игорь Шабалкин да халыҡтың әүҙем булыуын ыңғай күренеш тип билдәләне.
- Халыҡҡа бындай тикшеренеү ысулы бик тә ҡулай, уларға оҡшай, бик әүҙем киләләр. Беҙ, әлбиттә, килгән берен ентекләп ҡарайбыҙ, әгәр берәй патология асыҡланһа, икенсе табипҡа ла йүнәлтәбеҙ. Узи үтер өсөн алдан махсус әҙерлек кәрәк икәнен белеп, дөрөҫ итеп әҙерләнеп килеүҙәре оҡшаны. Беҙҙең хеҙмәтебеҙ халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлтелгән, шуға күрә әгәр кемгәлер ярҙам итеп, берәй сирҙе асыҡлап, уны ваҡытында дауалауға булышлыҡ иткәнбеҙ икән, беҙ бик шат.
Үҙен Вәсилә тип таныштырған пациент та тәьҫораттары менән уртаҡлашты, теләктәрен еткерҙе:
- Күсмә дауахана менән килгән табиптарға күптәр күренеп ҡалырға тырыша, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хаҡта хәбәрҙар булмай ҡала. Район гәзитен бөтәһе лә алдырмай, унда ла ҡайсаҡ һуңлап сыға иғландар. Шуға күрә район дауаханаһы етәкселеге нисектер ауыл биләмәһе хакимиәттәре ашамы, шулай уҡ урындағы дауахана хеҙмәткәрҙәре ашамы, мәктәп, балалар баҡсаһы кеүек йәмәғәт урындарына иғландар элепме, халыҡҡа хәбәр итһен ине.
Беҙҙең ғаиләбеҙ ишле, шуға район үҙәгенә барып табиптарға күренеү ҙә кеҫәгә һуға, ә был күсмә модуль хеҙмәткәрҙәре һин йәшәгән ергә үҙҙәре килә- шуныһы уңайлы. Бөгөн бына узи үтеп, акушер-гинеколог консультацияһын алыуға өлгәштем, тейешле дауаланыу курстарын да яҙҙылар, балаларҙы ла күрһәттем. Ваҡытында тикшерелеп тормаһаң, дауаланмаһаң, сирҙең һуҙылып, аҙып китеүе лә ихтимал, шуға күрә үҙ һаулығыбыҙға иғтибарлыраҡ булһаҡ ине.
Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары
Мөҙәрис Хәбибуллин да күсмә модуль дауахана эшен ыңғай баһалай:
- Махсус графикка ярашлы йылына икешәр тапҡыр күсмә модуль дауаханаһы, табиптар бригадаһы килә. Дөйөм алғанда халыҡҡа бик уңайлы. Айырыуса узи аппараты ярҙамында теге йәки был ауырыуҙы ваҡытында асыҡлау мөмкинлеге бар, был бигерәк тә ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдарындағы сирҙәрҙе диагностикалағанда ҡулай.
Шулай уҡ гинекология белгестәренең дә килеүе яҡшы булды. Район үҙәгендә акушер-гинеколок булһа ла, Йомағужала һәм Мәҡсүттә ундай белгестәр юҡ. Ә ҡатын-ҡыҙ өсөн даими күренеп, тикшерелеп тороу сәләмәтлек өсөн мөһим.
Әлбиттә, район дауаханаһында ла кәрәкле ҡорамалдар, аппараттар, был йүнәлештәге белгестәр бар. Шулай ҙа күсмә модуль дауаханаһының килеүе, беренсенән, сиратты ҡыҫҡарта. Икенсенән, кемдер район табиптарына күренгәнсе “ҙурыраҡ” белгестәр килгәндә күренеп ҡалайым тип килә, был да бик мөһим. Өсөнсөнән, ауылда йәшәүселәр ваҡыт бүлеп, эшенән айырылып, район үҙәгенә йөрөмәй, ә үҙҙәрендә күренә ала.
Мөҙәрис Ғәбдрәүф улы билдәләүенсә, районға бөгөн терапевт, акушер-гинеколог, хирург, инфекционист, психотерапевт, педиатрҙар һәм 8 ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункттарына фельдшерҙар кәрәк ( әлегә күрше ауылдарҙа урынлашҡан ФАП фельдшерҙары берләштереп эшләй).
- 2011 йылда ҡабул ителгән “Земский доктор” программаһы буйынса йәш белгестәр килеүен килгәйне районға. Әммә, программа шарттарына ярашлы, биш йылдан һуң улар икенсе урынға, үҙҙәре теләгән ергә күсә ала. Шуға күптәр китте һәм белгестәргә тағы ла ҡытлыҡ тыуҙы. ФАП тигәндән, “Земский фельдшер” программаһы ла эшләп килә, уға ярашлы ауылға эшкә килгән йәш белгестәргә биш йөҙ мең һум күләмендә аҡса түләнә, бәлки, шулай йәлеп итеү мөмкинлеге булыр, - ти Мөҙәрис Ғәбдрәүф улы.
Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та етәкселек итеүенең тәүге көндәренән үк һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ныҡлы иғтибар йүнәлтте. 18 октябрҙә үткәргән кәңәшмәһендә Радий Фәрит улы льготалы граждандарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү, дауалау учреждениеларын сафҡа индереү,яман шеш менән үлеүселәр һаны үҫеүен билдәләү менән бер рәттән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү, уларҙы республикаға йәлеп итеү, уңайлы шарттар булдырыу йүнәлешен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм был эш менән район хакимиәте башлыҡтары, баш табиптар ҙа шөғөлләнергә тейеш тип белдерҙе.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ медицина учреждениелары селтәрен – ҙур республика объекттарынан яңы торлаҡ комплекстарындағы поликлиникаларға һәм муниципаль райондарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына тиклем үҫтереү, уларҙы тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыу, иҫкергән һәм ваҡыты уҙған аппаратураларҙы яңыртыу кәрәклеген билдәләне.