Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Июнь 2018, 18:45

Байрам көндәрендә Башҡортостан поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә ярҙамға мохтаждарҙы дежур табиптар ҡабул итә. Башҡортостанда 12 һәм 15 июндәге байрам көндәрендә поликлиникалар раҫланған график буйынса эшләй.

ӨФӨ, 2018 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.
Байрам көндәрендә ярҙамға мохтаждарҙы дежур табиптар ҡабул итә. Башҡортостанда 12 һәм 15 июндәге байрам көндәрендә поликлиникалар раҫланған график буйынса эшләй.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, атап үтелгән көндәрҙә амбулатор-поликлиника учреждениелары иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә ҡәҙәр эшләй, шылтыратыуҙар (шул иҫәптән ашығыс) сәғәт 3-кә тиклем ҡабул ителә. 11-16 июндә — эш шәмбе графигына ярашлы, 10 һәм 17 июнь — ял көндәре.
Өфөләге 2-се стоматология поликлиникаһында һәм 7-се балалар стоматология поликлиникаһында 10-12 июндә һәм 15-17 июндә тиҙ ярҙам күрһәтеү буйынса тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторола.
Халыҡты стационарҙа дауалау, үҙ ваҡытында ашығыс һәм күрһәтмәләргә ярашлы планлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн койкалар резервы ҡаралған.
Халыҡҡа тиҙ медицина ярҙамы хеҙмәте телефондары: стационар телефондан шылтыратҡанда — 03, кеҫә телефонынан 103 һандарын йыйырға кәрәк.
Читайте нас: