12 май – Бөтә донъя шәфҡәт туташтары көнө
Юҡҡа ғына һаулыҡ һағында тороусыларҙы аҡ халатлы фәрештәләргә тиңләмәйҙәр. Иң тәү сиратта был матур сағыштырыу шәфҡәт туташтарына тап килә. Нәҡ улар олоһоноң да, кесеһенең дә күңелен йыуатыусы, шәфҡәт нурын бөркөп, уға йәшәү йәмен ҡайтарыусы!
Мәҡәләбеҙҙең геройы ла – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт итеүсе, серле йылмайыуы, яғымлы тауышы менән кешеләргә йөрәк йылыһын өләшеүсе Мораҡ үҙәк район дауаханаһы инфекция бүлегенең юғары категориялы шәфҡәт туташы Фаягөл Аҡкилдина.
Ул 1982 йылда районыбыҙҙың Нуҡай ауылында ишле ғаиләлә донъяға килгән. Тыуған ауылында 9-сы класты тамамлап, уҡыуын Мораҡ башҡорт гимназияһында дауам итә. Нәҡ шул мәлдә биология һәм химия фәндәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу уяна, күңелендә “йә мәғариф, йә медицина хеҙмәткәре булам” тигән теләк уяна. Күрәһең, аҡ халат кейеп, халыҡҡа шәфҡәт нурын бөркөүсе һөнәр эйәһе булыу хыялы еңә: 1999 йылда ул Салауат ҡалаһындағы медицина училищеһына уҡырға инә. 2002 йылда ҡулына диплом алғас, Мораҡ үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлегенә шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Бер йыл эшләгәс, ул ваҡытта баш табип Ғәли Яппаров уға: “Йәш, эшсән коллектив, унда эшкә өйрәнеү мөмкинлеге ҙурыраҡ”, - тип Фаягөлдө хирургия бүлегенә күсерә. Яңы бүлектә ысынлап та эш тынғыһыҙыраҡ булып сыға. Татыу коллективта эшһөйәр ҡыҙ тиҙ генә үҙ кеше булып китә.
- Хирургия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы Гөлнур Әмирханова беҙгә һәр яҡлап өлгө булды, күп нимәгә өйрәтте, - тип иҫкә ала ул хаҡта Фаягөл Юлай ҡыҙы. - Ауырыуҙарға кешелекле мөнәсәбәт булырға тейеш, дауахана тупһаһынан атлап инеү менән үҙ донъяғыҙҙы, проблемаларығыҙҙы онотоп, төп иғтибарығыҙҙы пациенттарға йүнәтегеҙ тип, эшкә етди ҡарарға өйрәтте.
2014 йылға тиклем был бүлектә эшләп, бар яҡлап ҙур тәжрибә туплай Фаягөл. Артабан уны инфекция бүлегенә күсерәләр. Бында эшләүе лә анһат түгел. Бүлеккә ниндәй генә сирҙәр менән эләкмәйҙәр: эс китеү, ангина, гепатит... Сирлеләрҙе мәҡәләбеҙ геройынан тыш тағы ла өс шәфҡәт туташы хеҙмәтләндерә: Гөлнара Әбйәлилова, Олеся Йәһүҙина, Ләйсән Корнева. Дүрт санитар бүлекте һәр саҡ таҙалыҡта, тәртиптә тота. Бүлекте бығаса инициативалы, йәш табип Ринат Ҡунысбаев етәкләне, әле ул яуаплы вазифа Альбина Тимербаеваға йөкмәтелгән.
- Эшемә һәр саҡ талпынып киләм, коллективыбыҙ берҙәм, ярҙамсыл, - ти Фаягөл Аҡкилдина. – Ниндәй генә һорау килеп тыумаһын, өлкән шәфҡәт туташы – Гөлфинә Күсербаеваға мөрәжәғәт итәбеҙ. Баш шәфҡәт туташы Әлфиә Аҡкилдина әленән-әле өлкәләге үҙгәрештәр менән таныштырып, белемде арттырып тора, баш табип Рөстәм Хөсәйенов беҙҙең бүлекте иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Тыуған районымда хеҙмәт итеүем менән ғорурланам.
Эйе, кескәй баламы, өлкән йәштәге кешеме – бөтәһе лә айырым иғтибар талап итә. Ауырыуҙы ҡабул итеү, теркәү, анализдар алыу, табип тәғәйенләнеше буйынса дауалау – укол ҡаҙау, система ҡуйыу, температура һәм ҡан баҫымын тикшереү, санэпидемиология үҙәге менән бәйләнеш тотоу, бынан тыш, үҙ профиле буйынса белемде үҫтереү, камиллаштырыу мөһим... Ирекһеҙҙән уйлап ҡуяһың: үҙ ғаиләһенә, балаларына хәле, ваҡыты ҡаламы икән шәфҡәт туташының? Ҡала икән, ҡала! Фаягөл Юлай ҡыҙының Әлмәс егете Әлфир Нафиҡ улы менән яҙмышын бәйләп, бергә-бергә татыу ғүмер кисереүҙәренә 15 йыл. Тормош иптәше Солтанғол ауылының фельдшеры. Икеһе бер өлкәлә эшләгәс, бер-береһенең хеҙмәтен хөрмәт итергә ғәҙәтләнгән улар, уйҙары уртаҡ, тормошҡа, киләсәккә ҡараштары яҡты. Балалары – Шайморат менән Гөлнәзирә өсөн Фаягөл – изгелекле әсә, тормош иптәше өсөн – һөйөклө һәм тоғро ҡатын, ә тыуған районы халҡына ул – алтын ҡуллы, пак күңелле шәфҡәт туташы. Ошо өс бәхеттән һәм хеҙмәттәштәренең ихтирам-хөрмәтенән айырмаһын уны Хоҙай!