28 февралдә көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 6-ға тиклем Башҡортостан прокуратураһында халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу элемтә» ойошторола. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, телефон аша ялыуҙар ҡалдырырға, консультация алырға, шулай уҡ дауалау-профилактика учреждениеларының дарыуға рецепт яҙыуҙан баш тартыуы, бындай рецептарҙы дауаханаларҙа ҡабул итмәү, уларҙы хеҙмәтләндереү ваҡытын боҙоу хаҡында белдерергә мөмкин.
(347) 272-61-72 номеры буйынса шылтыратыуҙарҙы халыҡтың азатлығын һәм хоҡуғын үтәүҙе күҙәтеү бүлегенең өлкән прокуроры Рәзиф Вәлишин ҡабул итә.
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.