Мораҙым
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Февраль 2018, 11:33

Республикала табипҡа яҙылыу өсөн телефон һандары үҙгәрҙе

Башҡортостанда табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм бушлай номер үҙгәрҙе. Ошо хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостанда табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм бушлай номер үҙгәрҙе. Ошо хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. 20 февралдән төбәк биләмәһендә 09-383 урынына 13-01 һандарын йыйырға кәрәк.
«Теләһе ҡайһы операторҙағы мобиль телефондан, шулай уҡ «Башинформсвязь» абонентының стационар телефонынан 13-01 һандарына шылтыратыу бушлай. Медицина ойошмаһына тура шылтыратыу өсөн Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бәйләнеш-үҙәгенең өс һанлы кодын йыйыу мөмкинлеге һаҡлана», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, табипҡа элеккесә поликлиника регистратураһында, doctor.bashkortostan.ru йәки gosuslugi.ru порталдары аша яҙылырға мөмкин. Был хеҙмәттәр республикала 2014 йылдан эшләй һәм терапевҡа, педиатрға, стоматологҡа, гинекологҡа һәм дерматовенерологҡа яҙылырға мөмкинлек бирә.
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
Фото: Олег Яровиков.

Читайте нас: