Мораҙым
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
АНТИТЕРРОР
29 Август , 14:15

Берҙәмлектә - бәрәкәт

Халҡыбыҙға борон-борондан берҙәмлек хас булған. “Болот берекһә – күк күкрәр, халыҡ берекһә – ер тетрәр”, “Берлектә – бәрәкәт” тигән мәҡәлдәр ҙә нәҡ шуны раҫлай. Берҙәмлек кеүек сифаттар айырыуса әлеге мәлдә - Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйғанда бигерәк тә асыҡ күренә. Яуҙа йөрөгән егеттәребеҙҙең яҙмышына битараф булмағандарҙың барыһы ла  - мәктәп уҡыусылары, төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, хаҡлы ялдағылар, ябай ауыл халҡы был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша: кемдер ойоҡ, бирсәткә бәйләй, көндәлек кәрәк-яраҡтар һатып ала, кемдер быҡтырылған ит, бауырһаҡ, сәк-сәк, һалма-туҡмас кеүек тиҙ боҙолмаусы аҙыҡ-түлек әҙерләй,  өсөнсөләр иһә окоп өсөн шәмдәр эшләй, маскировкалау селтәре үрә һ.б.  Ялсы ауыл биләмәһе халҡы ла ошо юҫыҡта иң әүҙем эшләгәндәр иҫәбендә. Биләмә башлығы Ирек Юдаев әйтеүенсә, маскировкалау селтәре үреү эше туҡталғаны юҡ.  Шулай уҡ Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллективы ла был эшкә иң тәүгеләрҙән булып ҡушылды һәм маскировкалау селтәре үреүгә өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла йәлеп итте.

Берҙәмлектә - бәрәкәт
Берҙәмлектә - бәрәкәт

Учреждение директоры Рөстәм Сәйетбатталов әйтеүенсә, махсус хәрби операцияға 30-ҙан ашыу селтәр үреп ебәрелгән, был эшкә Балалар ижады үҙәге коллективы, “Беренселәр хәрәкәте”нең урындағы бүлексәһе, Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусылары, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, район үҙәгенең әүҙем гүзәл заттары һәм башҡа бик күптәр үҙ өлөшөн индергән. Әйткәндәй, музейҙа отпускыға ҡайтҡан яугирҙар менән осрашыуҙар үткәреү ҙә матур йолаға әйләнгән. Шуларҙың береһе – “Михалыч” позывнойлы яугир музейға “Башҡортостан” полкы ның Советтар Союзы Геройы Мөғин Нагаев исемендәге гаубица артиллерия дивизионының исемле флагын, артиллерия символын һәм шевронын тапшырған һәм маскировкалау селтәрҙәре бәйләгән ирекмәндәргә рәхмәт белдергән.

 Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Гуманитар һәм башҡа төрлө ярҙам, әлбиттә, махсус хәрби операция тамамланғансы дауам итәсәк. Сөнки ут эсендә йөрөгән егеттәребеҙгә тыуған районының һәм бар республиканың үҙҙәре өсөн янып-көйөүен һәм ярҙамын тойоу бик мөһим. Иң мөһиме - улар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

 

 

Кәрзинкә

 Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

  - Аҙнаһына бер тапҡыр самаһы Өфөнән хәрбиҙәр өсөн кәрәкле әйбер менән фуралар МХО биләмәһенә юллана. Ошо көндәрҙә махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн республикабыҙ халҡы йыйған 130-сы гуманитар конвой китте. Ярҙамға ҡағылышы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм.

 Ирек Юдаев, Ялсы ауыл биләмәһе башлығы:

- Беҙҙең ауыл биләмәһендә йәшәүселәр элек-электән берҙәм. Махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәргә ярҙам итеү эшенә халыҡ берҙәм ҡушылды. Һәр кем яугир егеттәребеҙгә ярҙам итеүгә ихлас күңелдән үҙ өлөшөн керетергә тырыша һәм был эш туҡталмай, даими дауам итә. Студенттар менән уҡыусылар ҙа изге эштән ситтә ҡалмай.

  Тәүге гуманитар ярҙам 2022 йылдың октябрь айында ойошторолдо.

 Шуныһы ҡыуаныслы, гуманитар ярҙам кемдеңдер ҡушыуы буйынса түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарыла. Әлмира Хоҙайбирҙина, Нәзилә Байғазина, Миңзәлә һәм Вәсилә Әмировалар, Лилиә Иманбаева, Гөлназ Йәдгәрова, Нәфисә Йәмғорова, Ғәлиә Бикҡужина, Йәмилә Әбйәлилова, Нәфисә Ишкинина, Илүзә Инсеғолова, Зөлфиә Садиҡова, Гөлназ Кирәева, Гөлнара Мусина, Айгөл Юдаева һәм башҡалар ҙур әүҙемлек күрһәтә. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.


 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: