Вадим Викторович 1992 йылдың 4 майында Ғәзиз ауылында донъяға килә. 2011-2012 йылдарҙа Улан-Удэ ҡалаһында хеҙмәт итә.
Украинала махсус хәрби операция башланғас, Вадим контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға ҡарар итә һәм 2022 йылдың майында “Вагнер” шәхси хәрби компанияһы менән контракт төҙөй. Яуҙа ул үҙен ышаныслы иптәш, ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. Оло үкенескә күрә, яҡташыбыҙҙың ғүмере быйыл февраль айында өҙөлә. 12 мартта уны яҡташтары һуңғы юлға оҙатты.
- Вадим контракт төҙөп, 2022 йылдың февралендә юлға сыҡты, 21 мартта уҡ ул тәүге наградаһына лайыҡ булды. Август айында яраланып ҡайтты. Был ваҡытта уға икенсе наградаһы - Батырлыҡ ордены бирелгәйне инде.
“Мин бармаһам, тағы кем? Һеҙҙе, илемде беҙ яҡламаһаҡ, кем яҡлар? Мин Донбасста ҡарттарҙы, балаларҙы күп күрҙем, уларҙы кем яҡлаясаҡ?! Унда минең дуҫтарым ҡалды. Беҙ унда барыбыҙ ҙа бер-беребеҙгә ағай менән ҡусты кеүек, беҙ бер-беребеҙҙе ташламайбыҙ”, - тип кире китте.
Ауыр, әлбиттә. Хәҙер инде уның дуҫтары өсөн борсолабыҙ, телевизорҙан ундағы ваҡиғаларҙы даими ҡарайбыҙ, - ти герой яҡташыбыҙҙың ата-әсәһе Ғәлиә һәм Виктор Разномасцевтар.
Май айында Вадимға 31 йәш тулған булыр ине. Әммә ул беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгегә йәш, ысын ил батыры булып тороп ҡалды...