Был егеттәрҙең күбеһе бик тиҙҙән тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәр өсөн әрме хеҙмәтенә юлланасаҡ. Бөгөн улар Мораҡ ауылының “Бөркөт” стадионында хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса һынау тотто һәм “С” категорияһына водитель таныҡлыҡтары алды.
ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе рәйесе Рәил Мырҙабулатов әйтеүенсә, 20 кешенән торған төркөм 3 ай эсендә водителдәр курсын үткән, тәртип һәм өлгәш яғынан иң яҡшы төркөм булып танылған.
Тиҙҙән һалдат шинеле кейәсәк Күгәрсен һәм Ейәнсура егеттәренә уңыштар теләйбеҙ, ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәләр ҙә имен-аман йөрөһөндәр, ата-әсәләренә уларҙан тик шатлыҡлы хәбәрҙәр генә килеп торһон!