Мораҙым
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
АНТИТЕРРОР
25 Сентябрь 2021, 14:10

Күгәрсендең данлы улы. Рәсәй Геройы.

21 сентябрҙә яҡташыбыҙ, милиция подполковнигы, Новосибирск өлкәһенең Эске эштәр идаралығы эргәһендәге Көнбайыш-Себер ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш төбәк идаралығында Тиҙ эш итеүсе махсус отряд (СОБР) командиры, Рәсәй Геройы Юрий Семенович Климовтың тыуыуына 60 йыл тулды. Тик оло үкенескә күрә, 21 йыл ул беҙҙең арала юҡ. Бөгөн уның тыуыуына 60 йыл тулыу хөрмәтенә Мораҡ ауылында ҙур сара уҙҙы. Унда геройҙың туғандары, класташтары, хеҙмәттәштәре, район етәкселеге һәм яҡташтары ҡатнашты. Юрий Климов  1961 йылдың 21 сентябрендә Мораҡ ауылында тыуған. 1978 йылда Мораҡ 1-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Новосибирск юғары хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәр училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағандан һуң, Төркөстан хәрби округының (Чирчик ҡалаһына) махсус тәғәйенләнештәге частарында хеҙмәт итә. 1990-1993 йылдарҙа Мәскәүҙә хәрби-сәйәси академияла белем ала. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт итә — Новосибирск өлкәһе Бердск ҡалаһында ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлегендә оперуполномоченный, аҙаҡ Көнбайыш-Себер ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш төбәк идаралығында төрлө вазифалар биләй. 1996 йылда Тиҙ эш итеүсе махсус отряд (СОБР) төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша һәм уның етәксеһе була. 1995-1996 йылдарҙа конституцион тәртип урынлаштырыр өсөн 2 тапҡыр Чечня Республикаһына махсус командировкаға ебәрелә. Һуңғы – өсөнсө тапҡыр ул Кавказға 1999 йылдың 29 ноябрендә юллана. 2000 йылдың 9 ғинуарында, Аргун ҡалаһы эргәһендә боевиктар менән көслө алыш мәлендә Юрий Семёнович снайпер пуляһынан һәләк була. Юрий Климовҡа, Рәсәй Федерацияһы Президентының 2000 йылдың 4 апрелендәге Указына ярашлы, Төньяҡ Кавказда контртеррористик операция үткәреүҙә батырлыҡ күрһәткәне өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә. Туғандарына 621-се һанлы “Алтын йондоҙ” миҙалы тапшырыла. Яҡташыбыҙ ике Батырлыҡ ордены менән наградланған. Юрий Семенович Новосибирск ҡалаһының көньяҡ зыяратында ерләнгән. Уның бюсы элекке Новосибирск юғары хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәр училищеһы бинаһы янына ҡуйылған. Ерҙә үҙҙәренән һуң яҡты эҙ ҡалдырған улдарыбыҙҙы мәңге онотмау - беҙҙең, тереләрҙең, изге бурысы. Батырҙарға мәңгелек дан!

Күгәрсендең данлы улы. Рәсәй Геройы.
Күгәрсендең данлы улы. Рәсәй Геройы.

21 сентябрҙә яҡташыбыҙ, милиция подполковнигы, Новосибирск өлкәһенең Эске эштәр идаралығы эргәһендәге Көнбайыш-Себер ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш төбәк идаралығында Тиҙ эш итеүсе махсус отряд (СОБР) командиры, Рәсәй Геройы Юрий Семенович Климовтың тыуыуына 60 йыл тулды. Тик оло үкенескә күрә, 21 йыл ул беҙҙең арала юҡ.

Бөгөн уның тыуыуына 60 йыл тулыу хөрмәтенә Мораҡ ауылында ҙур сара уҙҙы. Унда геройҙың туғандары, класташтары, хеҙмәттәштәре, район етәкселеге һәм яҡташтары ҡатнашты.
Юрий Климов  1961 йылдың 21 сентябрендә Мораҡ ауылында тыуған. 1978 йылда Мораҡ 1-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Новосибирск юғары хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәр училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағандан һуң, Төркөстан хәрби округының (Чирчик ҡалаһына) махсус тәғәйенләнештәге частарында хеҙмәт итә. 1990-1993 йылдарҙа Мәскәүҙә хәрби-сәйәси академияла белем ала. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт итә — Новосибирск өлкәһе Бердск ҡалаһында ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлегендә оперуполномоченный, аҙаҡ Көнбайыш-Себер ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш төбәк идаралығында төрлө вазифалар биләй.
1996 йылда Тиҙ эш итеүсе махсус отряд (СОБР) төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша һәм уның етәксеһе була.
1995-1996 йылдарҙа конституцион тәртип урынлаштырыр өсөн 2 тапҡыр Чечня Республикаһына махсус командировкаға ебәрелә.
Һуңғы – өсөнсө тапҡыр ул Кавказға 1999 йылдың 29 ноябрендә юллана. 2000 йылдың 9 ғинуарында, Аргун ҡалаһы эргәһендә боевиктар менән көслө алыш мәлендә Юрий Семёнович снайпер пуляһынан һәләк була.
Юрий Климовҡа, Рәсәй Федерацияһы Президентының 2000 йылдың 4 апрелендәге Указына ярашлы, Төньяҡ Кавказда контртеррористик операция үткәреүҙә батырлыҡ күрһәткәне өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә. Туғандарына 621-се һанлы “Алтын йондоҙ” миҙалы тапшырыла. Яҡташыбыҙ ике Батырлыҡ ордены менән наградланған.
Юрий Семенович Новосибирск ҡалаһының көньяҡ зыяратында ерләнгән. Уның бюсы элекке Новосибирск юғары хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәр училищеһы бинаһы янына ҡуйылған.
Ерҙә үҙҙәренән һуң яҡты эҙ ҡалдырған улдарыбыҙҙы мәңге онотмау - беҙҙең, тереләрҙең, изге бурысы. Батырҙарға мәңгелек дан!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: