Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
АНТИТЕРРОР
2 Ноябрь 2020, 13:30

Ибрай ауылы егете

Күгәрсен районы суд приставтары бүлегенең суд эшмәкәрлегенең билдәле тәртибен тәьмин итеү буйынса суд приставы, эске хеҙмәт кесе лейтенанты Фидаил Дим улы Хөсәйенов - Ибрай ауылы егете, бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Мораҡ ауылында йәшәй. Башҡорт дәүләт университетының химия-технология факультетын тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, тыуған ерҙә төпләнергә ҡарар итә һәм район суд приставтары бүлегенә эшкә инә. Тиҫтә йылға яҡын эшләү дәүерендә ул үҙ эшенең нескәлектәрен энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән. Ҡатыны - Тәүәкән ауылы ҡыҙы Фәриҙә менән өс бала үҫтерә, өлкән ҡыҙҙары Амелия Мораҡ башҡорт гимназияһының 5-се класында белем ала, бәләкәстәре - 5 йәшлек Сафия менән 3 йәшлек Данил “Уралҡай” балалар баҡсаһына йөрөй. Көҙҙөң һуңғы айының тәүге көнөндә суд приставтары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне. Ултырыштар залында судъяларҙың, присяжныйҙарҙың ултырышсыларҙың һәм шаһиттарҙың хәүефһеҙлеген, судҡа ингән ерҙә пропуск режимын, суд эшмәкәрлегенең ҡабул ителгән тәртиптәрен һаҡлау, судҡа килеүҙән тайпылған кешеләрҙе алып килеү, суд приставтары – башҡарыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кеүек эштәрҙе атҡарған был һөнәр эйәләрен байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Күгәрсен районы суд приставтары бүлегенең суд эшмәкәрлегенең билдәле тәртибен тәьмин итеү буйынса суд приставы, эске хеҙмәт кесе лейтенанты Фидаил Дим улы Хөсәйенов - Ибрай ауылы егете, бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Мораҡ ауылында йәшәй. Башҡорт дәүләт университетының химия-технология факультетын тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, тыуған ерҙә төпләнергә ҡарар итә һәм район суд приставтары бүлегенә эшкә инә. Тиҫтә йылға яҡын эшләү дәүерендә ул үҙ эшенең нескәлектәрен энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән.
Ҡатыны - Тәүәкән ауылы ҡыҙы Фәриҙә менән өс бала үҫтерә, өлкән ҡыҙҙары Амелия Мораҡ башҡорт гимназияһының 5-се класында белем ала, бәләкәстәре - 5 йәшлек Сафия менән 3 йәшлек Данил “Уралҡай” балалар баҡсаһына йөрөй.
Көҙҙөң һуңғы айының тәүге көнөндә суд приставтары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне. Ултырыштар залында судъяларҙың, присяжныйҙарҙың ултырышсыларҙың һәм шаһиттарҙың хәүефһеҙлеген, судҡа ингән ерҙә пропуск режимын, суд эшмәкәрлегенең ҡабул ителгән тәртиптәрен һаҡлау, судҡа килеүҙән тайпылған кешеләрҙе алып килеү, суд приставтары – башҡарыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кеүек эштәрҙе атҡарған был һөнәр эйәләрен байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: