Мораҙым
+29 °С
Облачно
Победа. Акции
5 Февраля 2025, 07:35

Гимназия “Еңеү көнөнә - 80 изге эш” акцияһын башланы

Мортаза Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһы “Еңеү көнөнә - 80 изге эш” тип аталған бик матур, күләмле акция башланы.

Гимназия “Еңеү көнөнә - 80 изге эш” акцияһын башланыГимназия “Еңеү көнөнә - 80 изге эш” акцияһын башланы
Гимназия “Еңеү көнөнә - 80 изге эш” акцияһын башланы

  Был акцияға Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡытыусылары, интернат хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре әүҙем  ҡушылды.
 Әлеге мәлдә улар берҙәм рәүештә гуманитар ярҙам йыя.

Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Физәлиә НУРМӨХӘМӘТОВА әйтеүенсә, бишенселәр ата-әсәләре менән берлектә хуш еҫле үлән сәйҙәрен пакеттарға һалып, шәкәр, ҡоро һөт, кәнфиттәр һәм киптерелгән икмәктән торған йыйылма эшләгәндәр..
 Башланғыс класс уҡыусылары һалдаттарға хаттар яҙған, үҙ ҡулдары менән яугирҙарға миҙалдар  һәм открыткалар эшләгән. 1-4-се класс уҡыусылары ата-әсәләр ярҙамы менән шәхси гигиена әйберҙәре, тәмлекәстәр, киптерелгән емеш-еләктәр, туҡмас, киптерелгән икмәк әҙерләгән.

 Гимназияның ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылары 80 контейнер тәмле сәк-сәк бешерһә, ир-егеттәр 60 даналап окоп шәмдәре яһаған. Интернат хеҙмәткәрҙәре маскировкалау селтәрҙәре үргән, ойоҡ-бирсәткәләр бәйләгән.

Ашнаҡсылар һалма ҡырҡҡан.
9-сы “б”, “в”, “ г” кластары  уҡыусылары һалдаттар өсөн ҡоро душ, шәхси гигиена әйберҙәре йыйылмаһы әҙерләгән. 11-се “а” класы сәйгә тәмлекәстәр йыйылмаһы, шәхси гигиена әйберҙәре йыйһа, 11-се “б” класы уҡыусылары ялан шарттарында яралы һалдаттарҙы эвакуациялау өсөн каркасһыҙ носилкалар теккән. 10-сы “а” һәм “б” кластары тыуған яҡта үҫкән мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, кейәү үләне, бөтнөк, мелисса кеүек хуш еҫле үләндәргә ҡурай еләге япрағы, әлморон һәм энәлек емештәрен ҡушып, яугирҙар өсөн шифалы сәйҙәр әҙерләгән.

5-се “б”, “в” класы уҡыусылары иһә дрондарға ҡаршы махсус селтәрҙәр үргән, 6-сы “г”, М.Шайморатов исемендәге 8-се “ш” класы уҡыусылары яу яланында бик кәрәкле медикаменттарҙан торған беренсе ярҙам йыйылмаһы әҙерләгән.

 Буласаҡ 1-се класс уҡыусылары “Асыҡ ишектәр көнө”ндә лә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡотлау открыткалары эшләгән.

- Ғөмүмән алғанда,һәр уҡыусы, һәр уҡытыусы һәм ата-әсәләр һалдаттарға ярҙам итеү өсөн ойошторолған эштән ситтә ҡалманы, - ти Физәлиә Кийәғәли ҡыҙы

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас