Руслан Абдуллин:
- Бөйөк Ватан һуғышы шауҡымы ҡағылмаған ғаилә юҡтыр ул. Еңеү яҙының 79 йыллығын ҡаршылағанда ла һаман йөрәк яралары ҡуҙғала. Беҙ, йәш быуын булһаҡ та, ҡартатай-өләсәйҙәребеҙҙе ауыр яҙмыштары тураһында үҙҙәренән ишетеп беләбеҙ.
Ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдуллин Хәмит Зәкәриә улы 1924 йылда Ейәнсура районы Өмбәт ауылында тыуған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡартатайҙы күреп өлгөрмәнем. Һуғыштан яраланып ҡайтып, шофер булып эшләгән. Унан һуң һатыусы(кладовщик).Тышһыҙ, яҫтыҡ формаһындағы кәнфиттәрҙе “Хәмит”кәнфите тип йөрөткәндәр.
Өләсәйем Абдуллина Шәрғиә Гиниәт ҡыҙы иһә тыл ветераны,1929 йылғы ине. Ул 80 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Өләсәйем тураһында бик күп, матур хәтирәләр һаманда күңел түрендә һаҡлана.
Беҙ, ейән-ейәнсәрҙәре, йыйылғанда һәр ваҡыт: “Беҙ күргәнде Хоҙайым һеҙгә күрһәтмәһен,”-тип теләй торғайны.
“Аслыҡ-яланғаслыҡты күреп үҫтек, кейергә кейем дә булманы, илдә тыныслыҡ булһын, батшаларҙың күңеленә паҡлыҡ бирһен”, - тип теләйҙәр ине йома сәйенә йыйылғанда ауыл инәйҙәре.
Фото ғаилә архивынан алынды. Уң яҡтан беренсе Шәрғиә Абдуллина.