Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
7 Май , 09:17

Бөйөк Еңеүгә -79

Улар мәңге хәтерҙә          Бөйөк Еңеү яҙын ҡаршылағанда һәр ғаилә бынан 83 йыл элек ҡағылған һуғыш еле шауҡымын тойоп, тәрән йөрәк яраларын яңыртып олатай-өләсәйҙәрен, ҡартатай-ҡәртәсәйҙәрен иҫкә алып, уларҙың рухы алдында баш эйә. Йылдар үтһә лә, бер кемдә, бер нимә лә онотолмай.

 

Нурия Ҡунысбаева:

         - Бөйөк Еңеүҙең сираттағы йыллығын билдәләгәндә, Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙарҙы, тол ҡалып, ғүмере буйы ирҙәрен, һөйгәндәрен көткән ҡыҙҙарҙы, бала сағын һуғыш йотҡан малай-ҡыҙҙарҙы ҙур һағыш, әрнеү менән иҫкә алабыҙ. Һуғыш осоро балаларының михнәтле, аяныслы тормошо тураһында китаптарҙан уҡып,  фильмдарҙан ҡарап ҡына түгел,  әтиемдең һөйләгәндәренән яҡшы беләм мин. Ҡәҙерле кешемдең күҙ йәштәрен тыя алмай һөйләгән ул заман ауырлыҡтары тураһында бөгөн дә тыныс ҡына һөйләй алмайым.

          Атаһы Яхин Таһир Байдәүләт улы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышып, һәләк булғас,  дүрт бала етем ҡала.  Иң ололары Шәмғиә инәйемде (1928 йылғы) ФЗО-ға ебәрәләр. Өйҙә 12, 10, 6 йәшлек етем балалар ҡала.

         Һалым йыйыусы агенттар буталсыҡ ҡағыҙҙар менән һалым йыйырға киләләр (хәллерәк йәшәгән Яхин Сабирйән менән Яхина Сибәрбикәне бутап яҙалар).  Өйҙә элек алырлыҡ нәмәләре булмағас,  ҡәртәсәйемдең еҙ самауырын, балалар ябынып ятҡан атайҙарының тунын алалар. Сығып барғанда, бәйле торған  кәзәне абайлайҙар.  Уны ысҡындыра башлағас,  ун ике йәшлек әтием, һуңғы күҙ терәп торған кәзәләренә йәбешеп: “Кәзәһен алғас, бәрәстәрен дә алып китегеҙ”, - ти. Һалым йыйыусылар: “Һеҙҙең түләү хаҡы сыҡмай ине, һәйбәт былай булғас. Ҡайҙа бәрәстәр?”- тип һорайҙар. Әтием мөйөштә илашып ултырған ҡустыһы менән һылыуына күрһәтеп: “Ана, кәзә менән бергә алып китегеҙ, улар астан үләсәк бит!” – тип асырғана. Балаларҙы ҡан илатып кәзәне алып сығып китәләр.

 Һуңынан ҡартатайым,  оло һөйөү, хәстәрлек менән һалған алты мөйөшлө ҡарағай өйҙө тартып алып,  өс баланы Әбсәләмдәге балалар йортона оҙаталар.  Әтейемде йәшең ҙур тип балалар йортона алмайҙар.  “Үкһеп илаған һылыу менән мыртыйҙы үҙемдән саҡ ысҡындырып, ҡайтып киттем. Юл буйына етемдәр йортонан ҡасып, аслыҡтан хәлһеҙләнеп, йығылып үлгән балаларҙы күреп тетрәнгәнемде һаман онота алмайым”, - тип илап һөйләр ине.

Йәшәр урыны, барыр ере булмаған үҫмер ярты йыл буйына тамаҡ хаҡына ауылдаштарына эшләп, ҡайҙа картуф баҡсаһында, ҡайҙа һарай баштарында йоҡлап йөрөп, һуңынан Шәмғиә апаһына ҡайтып китә.

 Фото ғаилә архивынан алынды.

Бөйөк Еңеүгә -79
Бөйөк Еңеүгә -79
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: