Бөгөн, район үҙәгендә Хәтер һәм ҡайғы көнө айҡанлы ойошторолған митингыла һүҙ тотҡан район башлығы Азамат Сәйфуллин да тарихи факттарға туҡталып, был иҫтәлекле көндөң кешелек донъяһында тотҡан урынын билдәләп үтте.
Яҡташтарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы һәм төрлө локаль һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы ҙур ғорурлыҡ менән телгә алынды. Сарала һуғыш балалары – Шамил Алсынбаев менән Әхәт Хәмиҙуллиндың ҡатнашыуы уның мәртәбәһен арттырҙы. Мораҡ башҡорт гимназияһының алдынғы уҡыусыһы – Айнур Байдәүләтовтың ялҡынлы сығышы йәнә лә данлы тарихи үткәндәрҙе, ҡартай-олатайҙарҙың батырлығын хәтерҙә яңыртты.
Ҡайғылы Әсә һәйкәленә сәскәләр һалынды. Изге яуҙа башын һалған батырҙар бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.