Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
22 Июнь 2022, 10:33

Һағынабыҙ һеҙҙе, ветерандар!

 Һуғыш уйған тәрән яраларҙы ҡуҙғытыусы 22 июнь – Хәтер көнөндә ирекһеҙҙән үҙем ҡасандыр яҙған ил батырҙарын, һуғыш ветерандарын иҫкә алам. Уларҙың береһе лә хәҙер иҫән түгел, әммә исемдәре йөрәгемә уйылған...  Ибраһим ауылында йәшәгән Тимербулат Йосопбаевтың мөләйем йөҙө, уйсан ҡарашы һаман күҙ алдымда. Һуңғы тапҡыр күрешкәндә яугирға 95 йәш ине...

Һағынабыҙ һеҙҙе, ветерандар!
Һағынабыҙ һеҙҙе, ветерандар!

 Сабый сағынан атайһыҙ ҡалып, әсәһенә оло терәк булып үҫә ул. Ураҡ ура, ер һөрә. Ябай ауыл малайы 16 йәшендә үк һуғышҡа китә. Батыр йөрәкле, хеҙмәт яланында сыныҡҡан егет тиҙ арала яу ҡырында үҙен оҫта уҡсы итеп таныта. Мәскәүҙе уҙып Белорусия, Украина ерҙәрен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Берлинға ла етер ине, әгәр снаряд ярсығы аяғынан йыҡмаһа...

 Изге яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. “За Победу над Германией”, Жуков, “За Отвагу” мәртәбәле миҙалдары менән бүләкләнә.

 Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, башындағы ҡаты йәрәхәттәр төндәрен йоҡларға бирмәһә лә, һуғыштан һуңғы ауылды, колхозды аяҡҡа баҫтырыу өсөн йәнен аямай һалдат (уның батырлығы, өлгөлө тормош юлы тураһында яҙмабыҙ ике йыл элек “Башҡортостан”гәзитендә донъя күрҙе).  

 Ауылдаштары хөрмәтле ветерандың, ил улы, ялан батырының исемен онотмай. Һағындыраһың шул, бик һағындыраһың, ветеран!..

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: