Унда Зариф Закир улынан, район етәкселегәнән тыш, геройҙың туғаны - Фаршат Аҡбирҙин да ҡатнашты.
Ошо уҡ көндө Зариф Закир улы ирекмәндәр һәм йәш армиясылар менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙе.
Иҫкәрмә: 19 йәшендә генә геройҙарса һәләк булған Хәйбулла Хисмәтуллин 78 йылдан һуң, үҙенең исемен данға күмеп, тыуған еренә мәңгелеккә әйләнеп ҡайтты. Уны алып ҡайтыу өсөн яуаплылыҡты һәм ҡайтанан ерләү сығымдарын яугирҙың һеңлеһенең улы Аҡбирҙин Фаршат Әнүәр улы үҙ өҫтөнә алды. Хәйбулла Хәлил улы Мәҡсүт ауылы зыяратында – халҡыбыҙҙың данлы ҡыҙы Бәндәбикәнең мавзолейы, тарихи - мәҙәни архитектура ҡомартҡыһы ҡаршыһында һуңғы төйәген таба.