-3 °С
Болотло
Быйыл Күгәрсен районының “Үлемһеҙ полкы” 9 май – Еңеү көнөндә Мораҡ ауылындағы үҙәк майҙан буйлап етенсе тапҡыр үтте (алдағы ике йылда пандемия сәбәпле, онлайн булды).
“Үлемһеҙ полк”тың төп бурысы – һәр ғаиләлә һуғышта еңгән быуын хаҡында иҫтәлек һаҡлау. Был акция Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм тере ҡалған, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан быуынға арнала.