Сәйетҡол ауылында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы.
Унда ауыл биләмәһе хакимиәте, мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар, кескәйҙәр, һуғыш балаһы Баныу инәй Сәитбаталова, тыл эшсәндәре Миңлекамал инәй Шәйәхмәтова, Ғәшүрә инәй Аҫылбаева һәм һуғыш ветеранының тол ҡатыны Хәҙисә инәй Аллахиярова ҡатнашты.
Яңы Петровка, Бикеш, Сәйетҡол, Муса ауылдары, Иҫке Хвалын утары халҡы ла Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға сикһеҙ ҙур өлөш индергән. Ошо ерҙәрҙә тыуып үҫкән 310 ир-егет 1941-1945 йылдарҙа ҡулына ҡорал алып Тыуған ил һағына баҫҡан.
Ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың береһенә лә Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын күрергә насип булмаған.