Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
6 Май 2022, 09:35

“Үлемһеҙ полк” - ғәҙәти форматта

Быйыл Күгәрсен районының “Үлемһеҙ полкы” 9 майҙа З.Биишева урамы һәм Мораҡ ауылының үҙәк майҙаны буйлап үтәсәк. Ойоштороу комитеты 9 майҙа “Үлемһеҙ полк”та ҡатнашыусыларҙы иртәнге сәғәт 11-се яртыла Берҙәм хеҙмәтләндереү үҙәге (Күп функциялы үҙәк) алдындағы майҙанға йыйылыуҙарын һорай. (Программала үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Социаль селтәрҙәрҙәге https://vk.com/bessmertnpolk яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ).

“Үлемһеҙ полк” - ғәҙәти форматта
“Үлемһеҙ полк” - ғәҙәти форматта

“Үлемһеҙ полк” сафына баҫыу – яҡынын, йәғни Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын, тыл хеҙмәтсәнен, концлагерь тотҡонон, блокадасыларҙы, һуғыш балаһын иҫләгән һәм хөрмәт иткән һәр кемдең урамға уның фотоһы, әгәр фотоһы булмаһа уның исеме менән колоннаның тантаналы йөрөшөндә ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Сарала Рәсәй территорияһында һәм башҡа дәүләттәрҙә булған локаль ҡораллы бәрелештәрҙә хәрби һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре лә ҡатнаша ала. Диненә, милләтенә, сәйәси һәм башҡа ҡараштарына ҡарамаҫтан, һәр граждан “Үлемһеҙ полк” сафына баҫыу хоҡуғына эйә. Тантаналы йөрөштә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ветерандың фотоһы ҡуйылған штендер йөрөтөргә тәҡдим ителә.
 Сара COVID-19 ауырыуы таралыу хәүефенә юл ҡуймау өсөн Роспотребнадзорҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып ойошторола. Сафтар араһында ара - 2 метрҙан, акцияла ҡатнашыусылар араһында 1,5 метрҙан кәм булмаған социаль дистанцияны тәьмин итеү мөһим. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа битлек һәм бирсәткәлә булырға тейеш.
 Хөрмәтле яҡташтар, еңеүсе һалдаттарҙың тоҡомдары! Әйҙәгеҙ, кесе Ватанының төп парадында еңеүселәребеҙ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләләре менән бергә тыуған ере буйлап тантаналы марш менән үтһен өсөн барыһын да эшләйек!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: